Бына мəҫəлəн оло ветерандар, улар йыл һайын тыуған көнөнə берəйһе ҡотлар тип, иғтибар көтəлəр. Шуның һымаҡ был сарала ҡатнашыусы һəр оҫтаға ла иғтибар кəрəк, сөнки эштəрен бөтəһе лə күрмəй. Уларҙы һəр саҡ хуплап торорға, ярҙам итергə, уңайлы шарттар булдырырға кəрəк. Шул саҡта уларҙа алға барырға тағы ла ҙурыраҡ стимул буласаҡ, бындай иҫ китмəле матур ҡул эштəре лə күбəйер, һəм оҫталар ҙа ҙур уңыштарға өлгəшер.