Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
19 Декабрь 2020, 16:00

Үлән сәй - тәмле сәй

Беҙ, 15 декабрь - Бөтә Донъя сәй көнөнә кисә үткәрҙек.#үләнСәйе #целебныеРастенияБашкортостана #шифалыҮҫемлектәр #газетаЮшатыр

Беҙ, 15 декабрь - Бөтә Донъя сәй көнөнә кисә үткәрҙек.
Мин үҙем үлән сәйе әҙерләйем, һеҙ ҙә шулай эшләй алаһығыҙ тип күрһәтеү маҡсаты менән китапханала ошо көнгә арналған сара үткәрҙем.
Файҙалы үләндәрҙе танып-йыйыуҙа "Башкортостандың шифалы үҫемлектәре" тигән китап ярҙамға килә. Был китап беҙҙең китапханала бар, авторы Вариҫ Ғүмәров, алығыҙ, уҡығыҙ, бик шәп китап. Күргәҙмәне ошо үлән тураһындағы китаптар һәм шифалы үләндәр биҙәне.
Бына бик күп йылдар беҙҙең китапханала "Тылсымлы ҡулдар" түңәрәге эшләп килә, ошо түңәрәккә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар менән үлән сәйе тураһында һөйләшеп, төрлө һорауҙарға яуаптар эҙләп, йәмле әңгәмә менән бик ҡыҙыҡлы кисә килеп сыҡты. Шуныһы ҡыйыныраҡ китапханаға күп кеше саҡыра алмайбыҙ, сөнки вирус һаман ҡабатланып тора, маскалар менән генә эш итәбеҙ. Бына ошо ваҡытта үләндәр беҙгә ярҙамға килә, бының турала белеү мөһим, йәй көнө бер йылға етерлек үләндәр әҙерләп ҡуйһындар ине.
Таңһылыу Исламғолова, Яҡут ауылы китапханаһы хеҙмәткәре.
Тулы материал 101-се һанда баҫылып сыҡты.
#үләнСәйе #целебныеРастенияБашкортостана #шифалыҮҫемлектәр #газетаЮшатыр
Читайте нас