Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәни мөхит
1 Ғинуар 2021, 02:00

Әҙибә Күмертауға килә

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә уңышлы эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты исемдәренә лайыҡ булды ул.

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә уңышлы эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты исемдәренә лайыҡ булды ул. «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре буйынса Сибай дәүләт башҡорт драма театры ҡуйған «Әүлиә» спектакле тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө.

28 мартта, 16.00 сәғәттә, Күмертауҙың үҙәк китапханаһында «Ғабдулла Сәйеди», «Табын иле изгеләре» һәм башҡа бик күп китаптар авторы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙғарыла. Бында ҡалабыҙҙың барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәре менән бергә Лира Миңлеәхмәт ҡыҙының «Зәйнулла ишан» тигән китабы буйынса фекер алышыу ойоштороласаҡ. Был тема менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһын да әҙибә менән осрашыуҙа көтәбеҙ!
Читайте нас: