Күп ҡыҙҙарҙы аҡылдан шаштырған Радик Юлъяҡшин, ниһайәт, кәләш алды. Кемдеңдер, шулай итеп, өмөтө һүнде, тик яратыуы бөтмәне. Башҡаны алһа ни, Радик барыһына ла өйләнә алмай ҙа.
Кисә Ҡазан ҡалаһында Радик Юлъяҡшин никах уҡытҡан. Һөйгәненең исеме Инзилә Фәтхетдинова.
Юлъяҡшиндың өлөшөнә төшкән көмөшө - "Татар ҡыҙы" конкурсында ҡатнашҡан 21 йәшлек Ижевск һылыуы. Йәштәр күптән осрашып йөрөгән.
Элвин Грейға береһе лә ну и дурак тип әйтмәгәндер, меңдәрҙең кумиры булған егетебеҙҙең таланты ла, аҡылы ла етерлек. Миллиондар араһынан эҙләп тапҡан гүзәле лә ул - Инзилә.
Радик менән Инзиләнең барыр юлдары яҡты, тигеҙ. ә үкенестәр, мөмкин тиклем, аҙ булһын.