Мәҙәни мөхит
16 Март 2021, 12:43

Илаттылар ҙа, көлдөрҙөлəр ҙə

Ауыл хакимиəтендə эштəр идарасыһы булып эшлəгəн Зөлфиə Араптанова – өтөп-ҡырып алып барған, уҫал, ут ҡатын - Əнисəнең ролен шул тиклем еренə еткереп, оҫта башҡарҙы, хатта уның ҡылыҡтарында ҡайһы берəүҙəр үҙен таныған кеүек булып тойолдо.

Тамашаның ҡуйыусы режиссеры, мəҙəниəт йортоноң мөдире Гүзəл Мөхəмəтшина – үткер, кешенең эсенə үтеп инеп барған, шартлап торған Фəрəһиə ролен оҫта башҡарҙы; ауылдарының фельдшеры Ғəлиə Вəхитова - үҙенə шул тиклем хас булған ипле, түҙемле, сабыр холҡло Нəфисə ханымдың ролен башҡарһа, уның тормош иптəше, ауыл хакимиəте башлығы Рөстəм Вəхитовҡа ла үҙенə тап булған ролде бүлеп биргəндəр – ул аҡыллы, тыныс, ипле - рəссам Фəрит ролен уйнаны; ауыл хакимиəтендə эштəр идарасыһы булып эшлəгəн Зөлфиə Араптанова – өтөп-ҡырып алып барған, уҫал, ут ҡатын - Əнисəнең ролен шул тиклем еренə еткереп, оҫта башҡарҙы, хатта уның ҡылыҡтарында ҡайһы берəүҙəр үҙен таныған кеүек булып тойолдо, ə тормош иптəше, мəктəптə уҡытыусы булып эшлəгəн Раян Араптанов – спектаклдə Əнисəнең ире – Сəғит булып уйнаны, уларҙың ҡыҙҙары, Азалия Араптанова, актерлыҡ оҫталығын атай-əсəйенəн алғанмы, йəш булыуына ҡармаҫтан үҙенə бирелгəн – Аида ролен образға инеп башҡарауы тамашасыларҙың күңеленə ятты.
Тəскирə ƏБЙƏЛИЛОВА, Күмертау ҡалаһы
Рецензия тулы килеш гәзиттә булды.
Читайте нас