Мораптал мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда бик матур тамаша, "Ҡайнана" спектаклен күрһәттеләр. Әҙ генә эстәлеген яҙабыҙ: "Ҡәйнә кеше улы һәм килене менән бергә тора һәм алсаҡ йөҙлө, уңған, тыныс киленен яратмай, әрләп ҡыуып сығара. Улы дуҫы менан һөйләшеп, уның кәләшен икенсе ҡатын итеп алып ҡайтырға була, һәм ана шул псевдокилене күрмәгәнен күрһәтә лә инде ҡәйнәгә. Беренсе киленен ҡайтарырға әллә нимәләргә лә риза була. Һәм әлбиттә был хәлдең алдаҡ булыуын әйтеп, беренсе килене кире ҡайтып, матур һәм татыу йәшәй башлайҙар". Көлөргә лә, уйланырға ла урын булды. Спектаклдән һығымта яһап тағын шуны әйтәһе килә, спектаклдә яңғылышлыҡтарҙы, дөрөҫ әйтелмәгән һүҙҙәрҙе төҙәтергә сәхнәнең арты бар, ә бына ысын тормош - театрҙа төҙәтеп булмауы ихтимал, сөнки тормоштоң арты юҡ. Шуның өсөн бер - беребеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың, дуҫтарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, матур һүҙҙәр әйтешеп, ҡунаҡтарға йөрөшөп, яратышып, аралашып, һөйләшеп, көлөшөп, һаулыҡта, байлыҡта, барлыҡта, бәхеттә, шатлыҡта, рәхәттә бергә - бергә йәшәргә насип итһен.