Оҙағыраҡ көттөрөп киттекме һеҙҙе, күршелəр?! Һүҙ - Стəрлетамаҡ башҡорт драма артистары тураһында бара. Күстəнəсебеҙ ҙə бик шəп - Мостай Кəримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы! Рəхəтлəнеп көлдөрөр ҙə, уйландырыр ҙа, сəмлəндерер ҙə был спектаклдə театр йондоҙҙары - Башҡортостандың халыҡ артистары Рафиға һəм Рауил Галиндар, Физəлиə Рəхимова, Зөлфиə Хəлилова, атҡаҙанған артистарыбыҙ Илһам Рəхимов, Рафиҡ Хəсəнов кеүек талантлы актерҙар уйнай. Шулай уҡ сəнғəт күгендə яҡты йондоҙ булып балҡыған яҡташтарығыҙ – Башҡортостандың халыҡ артисы Миниса Бакированы, иҫ киткес сəхнə оҫтаһы Рəсил Сынбулатовты ҡаршы алырға əҙерлəнегеҙ!
Əйткəндəй, спектаклде сəхнəгə ҡуйыусы режиссер – Ш.Бабич исемендəге йəштəр дəүлəт премияһы лауреаты Рөстəм Хəкимов. Тамаша 13 апрелдə, киске сəғəт 7-лə Ермолаево "Йəшлек" мəҙəниəт һарайында уҙасаҡ. Тағы ла бер шатлыҡлы хəбəребеҙ бар, кескəй дуҫтарыбыҙ ҙа иғтибарҙан ситтə ҡалмаясаҡ. Уларҙы, көндөҙгө сəғəт 1-ҙə, Шапи Казиевтың “Насретдиндың алтын ишəге” (рус телендə) əкиəте, ə көндөҙгө сəғəт 3-тə оло класс уҡыусыларына В.Сигарев əҫəре буйынса ҡуйылған “Чума XXI века@ zhizni.NET» драмаһы күрһəтелəсəк.
Гөлдəр СОБХАНҒОЛОВА, театрҙың əҙəби бүлек етəксеһе