Мәҙәни мөхит
14 Апрель 2021, 08:26

Батты, шуға тора

Кисә Ермолаевола спектакль шәп үтте, тип хәбәр итә беҙгә Стәрлетамаҡ театры. Артистар араһында яҡташтар ҙа булғас, тамашасы үтә яҡын ҡабул итте тамашаны. Рәсил Сынбулатов, мәҫәлән. Яҡшымбәттәр уны һырып алды, үҙҙәренең күҙ алдында үҫкән малай бит, һағындырған.

Хакимиәттең административ комиссия сәркәтибе Ирина Ибраһимова унда нишләп тора? Ул - килен. Юҡ, спектаклдәге кеүек, урлап алманылар уны. (Урлап алған кәләш шәп була тиһәләр ҙә, урламағаны ла насар түгел икән). Яҡшымбәткә үҙе теләп сыҡты. Ана шул кейәүгә сыҡҡанында, инәйе: (Миәкәлә әнәйҙе шулай тиҙәр) Таш булып бат, ҡыҙым, тигәйне. Батты. Шуға тора.
Читайте нас