Ирина Ибраһимова унда нишләп тора? Ул - килен. Юҡ, спектаклдәге кеүек, урлап алманылар уны. (Урлап алған кәләш шәп була тиһәләр ҙә, урламағаны ла насар түгел икән). Яҡшымбәткә үҙе теләп сыҡты. Ана шул кейәүгә сыҡҡанында, инәйе (Миәкәлә әнәйҙе шулай тиҙәр) Таш булып бат, ҡыҙым, тигәйне. Батты. Шуға тора.