Мәҙәни мөхит
15 Апреля 2021, 06:29

Апрель кәйефе

Апрелдә кәйеф нисек булырға тейеш, быны таймаҫтар яҡшы белә тип, яҙып үткән инек алдан. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауылдың төрлө ойошмалары менән берлектә, көлкө көнөнә арнап, «Апрель кәйефе рецепты» тигән тамаша әҙерләп, килгән ҡунаҡтарҙы рәхәтләндереп көлдөрөп, кәйефтәрен күтәреп ҡайтарғайнылар.

Ваҡыт ҡыуып, сабышып, бер-берең менән иҫәнләшергә лә мәлен таба алмай йәшәгән заманда кеше тыңлатыуы, концерт әҙерләүе еңел эш түгел әлбиттә, ә бына балалар баҡсаһында, ауыл биләмәһендә эшләүселәр, шулай уҡ Ағинәйҙәр, Ҡатын-ҡыҙҙар советы, улар барыһы Альбина Килмәтованың һүҙен йыҡмай, тамашала ҡатнашырға ҡуш ҡуллап риза булғандар.
Әле бына Таймаҫтар, шул сараны тағы ла шымартып, рәтләп, концерт номерҙарын өҫтәп күрше тирә-яҡтағы ауылдарға барып, «Апрель кәйефе» бүләк итергә ниәтләй. Иртәгә гастрольдәре башланырға ла тора, Алла бойорһа, тәүге ауыл Илкәнәй, артабан Яҡшымбәт, Зәк-Ишмәт… Тамаша бик матур булырға оҡшай, һынығыҙ ҡатҡансы көлөшөп, моңло йырҙар, дәртле бейеүҙәр ҡарап шиғырҙар тыңлап илһамланып ҡайтырға теләһәгеҙ, Таймаҫтар һеҙгә килә, рәхим итеп ҡарағыҙ!
Читайте нас