Бына үтте конкурс, Ҡалта ҡыҙы был бәйгелә "Юғары оҫталыҡ" номинацияһына лайыҡ тип табылды. Гран-При алмағанына Ләйсән ҡайғырып ултыра тиһегеҙме, көтөгөҙ, беҙҙең ҡыҙҙар ебек түгел. Ҙур тәжрибә тупланым ти Л. Сәйфуллина, тормошта был бик кәрәгәсәк әле.
Ҡотлайбыҙ, Ләйсән, беҙ беләбеҙ: һинең күңелең барыбер йыһандар гиҙә, Ҡалта һәм Салауатта ғына бикләнеп ҡала торған күңел түгел ул.