- Ə, был конфликт тураһында... юҡ ул конфликт, тип уйлайым мин. Нисек итеп аңлатырға икəн. Был бит миллəттəр араһындағы конфликт түгел. Уны дөрөҫ аңларға кəрəк. Кем əйткəндер, авторын белмəйем, шундай һүҙҙəр бар: «Аргумент табып булмаһа, миллəткə бəйлəнə башлайҙар». Бына шул дөрөҫ əйтелгəн һүҙҙəр. Əлбиттə, был бик күңелгə ятмаған, уңайһыҙ хəл, миңə бөтөнлəй оҡшамай. Əгəр ҙə йырсы оҡшай икəн, уның миллəтен, интернет селтəрҙəрендə нимə яҙғандарын уҡып, соҡоноп ултырыу килешмəй, уның йырлаған йырҙарын яратып тыңларға ғына кəрəк.