Сара башында милли кейемдәр тарихы менән таныштырҙылар, артабан башҡорт милли кейемдәренең йәш айырмалары менән төрлөләштереп дефиле күрһәттеләр. Костюмдарҙы күрһәткән ҡатын-ҡыҙҙар подиумдағы моделдәрҙән бер ере менән дә ҡалышманы, шул тиклем оҫта итеп, кейемдәрҙең бар нескәлектәрен тамашасыға еткерҙеләр.