Шулай ҙа, донъя киң булыуҙан ни файҙа, аяҡтағы итектәрен ҡыҫып торғас, тигәнде онотмайҙар. Иркенләп йәшәргә ынтылалар, барһы ла һәйбәт ине, сәхнәләре генә тарыраҡ булды. Шул да булған ҡайғы, былтыр, тоттолар ҙа, сәхнәлрен киңәйттеләр. Хәҙер хөрриәт, үҙҙәре генә түгел, күрше ауыл артистары ла һыя. Бына, байрамға арнап, тамаша үткәргәндәр. Тамашалары шулай булған, әйтерһең, бар ғаләм ишетеп торған. Ысынлап та шулай булғандыр, морапталдар - мәркәз бит.