Тағы ла бер күҙәтеү: бәләкәй ауыл тиең, ә берәй сара үткәрер булһалар, Өфөнөң үҙәк урамында үткән байрам һымаҡ - халыҡ күп, һәр береһе артист. Бына әле лә байрамға концерт ойошторғандар. Йырсы, ҡурайсы, бейеүселәре шул тиклем күп, башҡаланан филармония килеп төшкән, әйтерһең. Тамаша ғәләмәт булған, уның башҡаса булыуы мөмкинме ни? Бәләкәй түгел, яҡуттар - ҙур халыҡ.