Йылдар буйы сәнғәттең был төрөнә өлөш кереткәндәрҙе бүләкләнеләр, рәхмәт әйттеләр. Шунһыҙ булмай, Рәмзиә Әбйәлилова менән Гөлшат Хәйбуллинаны ғына алығыҙ, уларҙың оло тормошҡа сығарған уҡыусылары һанап бөткөһөҙ. Барыһы ла ҙур сәхнәләрҙе иңләмәй, тик бейеү бит ул - сәнғәт, йәшәү рәүеше, уҡытыусылары, тимәк, уларҙың күңелендә матурлыҡ тәрбиәләгән, тылсымға ишек асҡан.