- - Һабантуй кеүек үткəн сара бик файҙалы һəм эшлекле мөхиттə үтте тип уйлайым. Фольклориада ла шəп үтер тип ышанам. Беҙҙең районға ла ҡунаҡтар килə тип көткəйнек, лəкин пандемияға бəйле, был ҙур сара баш ҡалабыҙҙа ғына үтəсəк. Шулай ҙа беҙ ҙə ситтə ҡалмайбыҙ, ə саҡырылып барасаҡбыҙ. Бигерəк тə, форумда, күптəн көткəн «Ауыл мəҙəниəт хеҙмəткəре» маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу тураһындағы күрһəтмəгə ҡул ҡуйылыу ҡыуандырҙы. Уға ярашлы, быйылғы көҙҙəн башлап ауыл ерендə эшлəп килгəн мəҙəниəт хеҙмəткəрҙəренең 60 проекты 500 мең һумлыҡ грант ярҙамына дəғүə итə аласаҡ, тип тə белдерҙелəр. Был яңылыҡҡа ныҡ шатландыҡ. Шулай уҡ төрлө секцияларҙа ҡатнашыу һəм үҙебеҙ өсөн бай тəжрибə туплап та ҡыуандыҡ. Мин интернетта бик популяр булған “Тик-Ток” селтəре буйынса һөйлəшеүҙə ҡатнаштым. Уның аша ойошманың эшенə нисек иғтибар йəлеп итергə, билдəлерəк итергə кеүек мəғлүмəттəр бик тə урынлы булды. Форум һуңында үткəн концерт та сарала ҡатнашыусыларға дəрт өҫтəне.