Аҡбур менән (элек ул да дефицит, аҡбалсыҡ тиһәң, дөрөҫ булыр), ергә һыҙып, бала-саға төрлө уйындар уйнар ине. Бала-саға тигәне ҡыҙҙар: Крестики-нолики, Змейка, Светофор... Уларҙың һикереп уйнағанын малайҙар ҡыҙығып ҡарап тора, кеше күҙе күрмәһә, үҙе лә уйнай башлауы ихтимал, юғиһә, күреп ҡалһалар, көләләр.. Онотолдо хәҙер был уйындар, ә аҡбур менән асфальтҡа һүрәт төшөрөү онотолманы.
Керәүле балалары ергә һүрәт төшөрөп ярышҡан, апай, нимә төшөрәйек тип һорамағандар - бала фантазияһы сикһеҙ - нимә теләйһегеҙ, шуны төшөрөгөҙ. Иң шәп тип табылған рәсем авторҙарына бүләктәр биргәндәр.