

Иң тәүҙә мин ултырғыс япмалары ғына бәйләй башлаған инем, замана үҙгәрә, ярҙамға интернет киң таралды, унда төрлө нимәләргә өйрәнергә була, шуныһы бик шәп. Берәй нәмә белмәһәң, асып уҡыйһың да, яуап табаһың. Артабан бына ошондай сәскәләр бәйләнем, шунан әлеге ваҡытта модаға ингән изолон тигән материалдан яһалған яҡтыртҡыстар яһай башланым, күберәк шуларҙы һорайҙар. Ваҡыт яғы тарыраҡ, шуныһы ғына ҡамасаулай, ҡыш көнө рәхәтләнеп күңелде ял иттереп ошондай матурлыҡтар булдырырға ваҡыт табыла. Бөгөн оҫталар өсөн бик матур байрам әҙерләгәндәр, ҡыуанып үҙ эштәребеҙҙе күрһәтергә тип килдек әле, барыһына ла ҙур рәхмәт.