Мәҙәни мөхит
21 Августа 2021, 04:50

Бер атҡанда ике ҡуян

Ләйсән Нуриәхмәтова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы:- Был сара районыбыҙҙа икенсе тапҡыр уҙғарыла, Аллаға шөкөр, быйыл байрам тағы ла матурыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ килеп сыҡты. Байрамға ҙур әҙерлектәр алып барҙыҡ. Яҡшымбәт ауыл биләмәһен һайлағандан һуң, күргәҙмәлә мотлаҡ төрлө милләт кешеләренең эше күрһәтелһен өсөн, тап Свобода ауыл биләмәһен һәм морапталдарҙы саҡырырға булдыҡ.

Бер атҡанда ике ҡуянБер атҡанда ике ҡуян
Бер атҡанда ике ҡуян

Артабан һәр ауыл биләмәһенә оҫталар табырға ҡуштыҡ, уларҙы тапҡас, интернет селтәрҙәрендә улар тураһында мәғлүмәт биргән видеояҙмалар әҙерләнек. Бик ҙур эш башҡарылғандан һуң күргәҙмәлә, башҡорт, урыҫ һәм татар халҡынынң милли кәсептәрен күрһәтеүгә ирештек. Был сара иң тәүҙә киләсәк быуынға ошо оҫталыҡтарҙы оноттормай, уларға өйрәтер өсөн булһа, икенсе яҡтан ҡул оҫталарына яҡшы реклама булһын өсөн ойошторолдо. Миҫал өсөн, Юлай Хәлитовҡа реклама кәрәкмәй, уның ҡатыны был эште бик шәп алып бара, ҡалған оҫталарҙың эштәрен тәүгә күреп торабыҙ, ә улар бит кешегә кәрәкле әйберҙәр етештерә, күрәһегеҙме күпме кеше ҡыҙыҡһынып, уларҙың визиткаларын һорап алды. Шуға күрә был бик фәһемле, матур байрамдың беҙҙең районда йыл да үткәрелеүен теләп, матурлыҡтарҙан йәм алып таралышабыҙ. 

Был сараға арналған тулы материал гәзиттең йома һанында донъя күрҙе. 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас