Мәҙәни мөхит
21 Августа 2021, 04:46

"Әсәнән күргән..."

Нурзилә Искәндәрова, Яҡуп ауылы:- Күргәҙмәгә үҙемдең ҡул эштәремде алып килдем. Бында сигелгән, тегелгән, бәйләнгән эштәр ҙә етәрлек. Быларҙың барыһын да интернет ярҙамында үҙем өйрәндем. Заказдар ҙа килеп тора, үҙем өсөн дә эшләйем. Йәй көндәре бик өлөгөрөп тә булмай, ҡыш көндәренда күберәк эшләргә тырышам.

"Әсәнән күргән...""Әсәнән күргән..."
"Әсәнән күргән..."

Уҡытыусы булып эшләгәс буш ваҡыт бик юҡ та һымаҡ, шулай ҙа мәктәптән ҡайтҡас, ҡул эштәре эшләп нервыларҙы тынысландырам. Бында минең ейәнсәрем Сабина Фазлыәхмәтованың ҡул эштәре лә бар, ана ҡаршы яҡта ҡыҙым Альбина тора, ул да үҙ эштәрен алып килде, ул заказға башҡорт милли биҙәүестәр яһай. Минең дүрт ҡыҙым бар, улар барыһы ҡул эше оҫталары.
Милана Уразбахтина, Нижневартовск ҡалаһы:
- Мин үҙем Себер тарафтарында йәшәйем, әле йәйге ялға Яҡшымбәт ауылына өләсәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайттым. Һүрәт төшөрөргә беренсе кластан әүәҫмен. Хәҙер инде 4 класҡа уҡырға барырға йыйынам, күргәҙмәгә күңел һалып эшләгән эштәремде кешегә күрһәтергә тип килдем.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас