Мәҙәни мөхит
8 Октября 2021, 13:34

Аҫрарға хәл етмәй

Беҙ тәүҙәрәк бөгөн беҙгә Ғ. Әлмөхәмәтовтың яңыртылған музейын асырға Башҡортостан мәҙәниәт министры үҙе килә тип өтәләнә инек, Әминә Ивниевна үҙе бушамаған, урынына урынбаҫары килде - Хәмитова Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы. Аҫтараҡ ҡуйылған видеола беҙҙең егет-ҡыҙҙар менән бергә ул тыпырлатып бейеп йөрөй.

Аҫрарға хәл етмәйАҫрарға хәл етмәй
Аҫрарға хәл етмәй

Бындай вазифалы кеше килгәс, уны ҡоро ғына ебәреп буламы, Яңы Морапталдан һуң, бейеп арып, тамаҡ ялғап алғас, Кинйәабыҙға юл тоттолар, музейҙы ҡарарға. Тиҙҙән Кинйә Арыҫлановтың юбилейы, ә бинаға ремонт кәрәк. Тимәк, аҡса кәрәк. Беҙ ауыл башлығы Фәнис Рахманғоловтан белештек: нисә һум кәрәк? 70-80 миллион һум, тине башлыҡ. Күҙҙәр маңлайға менде. Әйткәндәй, был музейҙы инде нисәмә йыл республика ҡарамағына бирә алмай хитланабыҙ, бер юлы ошо һорауҙы ла күтәрергә ине ниәт -алығыҙ, музейҙы аҫрарға беҙҙең хәл юҡ.
Был турала киләһе һанда тулыраҡ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас