

"Юшатыр гәзите", бәлки, үҙ күҙҙәре менән Рәмзиә тәрбиәләп сығарған бейеүселәрҙең һанын күрмәһә, белмәҫ тә ине.
Бер йылы, Юбилей кисәһендә булғанда, шаҡ ҡаттыҡ: бында ни, йөҙ йәшкә еткән әбейҙәр ҙә тора (Рәмзиәнең бейеү түңәрәгенә йөрөгән), янында яңы тәпәй баҫа башлаған сабый ҙа тора - клуб сәхнәһенә һыймайҙар. Быныһы профессиональ эше. Бейеп, йырлап ҡына йөрөһә лә етте, тынғыһыҙ йән улайтып ҡына ултыра буламы, ҡатнашмаған сараһы юҡ. Әле Яҡутҡа һыу үткәрә, парк яһайҙар икән, бында ла Рәмзиәнең өлөшө ҙур.
Оҙонға һуҙып тормайбыҙ, ҡыҫҡаһы, Р. Әбйәлиловаға ла, ниһайәт, сират еткән - атҡаҙанған исемен алырға. Әле барлыҡ документтары Өфөгә барып ятҡан. Быны ишеткәндәр "Күптән кәрәк ине" тип кемуҙарҙан ҡысҡырҙы. Беҙ ҙә ҡысҡырабыҙ.
Рәмзиә генә атҡаҙанған исемен алыр булғас, ниңә тормош иптәше Рәүефтең дә фотоһын ҡуйҙығыҙ? Ир баш, ҡатын - муйын, ул булмаһа, бөгөнгө Рәмзиә булыр инеме?
Бер саҡ Рәүеф менән бергәләшеп фотоға төшәйек тигәндә, тегеһе алан-йолан ҡаранды: Рәмзиә, һин ҡайҙа, әйҙә, фотоға төшәйек. Бер үҙе генә булһа, килешмәҫ тигәндер, нисек инде, ярты йәне әллә ҡайҙа йөрөп ята, ә ул бында яңғыҙы фотоға төшөп торһон? Барыһы ла уртаҡ, тимәк, исем дә уртаҡ буласаҡ. Уңыштар һеҙгә, Әбйәлиловтар, атҡаҙанған исемен алып, бар донъяны шаулатып, уны йыуырға яҙһын.