Все новости
Мәҙәни мөхит
14 Марта 2022, 10:25

Һүнмәһен халыҡ моңо

Конкурста ҡатнашҡан бәйгеселәргә тәмлекәстәр һәм байрам сәйе эсергә күстәнәстәр алыуҙа спонсор ярҙамын Ғәйнетдин Мөхәмәтов күрһәткән. 

Һүнмәһен халыҡ моңо
Һүнмәһен халыҡ моңо

- Барыһына ла байрам кәйефе тыуҙырған сара бик шәп үтте. Үткән йыл бындай бәйгене 23 февралгә арнап үткәргәйнек, быйыл яҙғы байрамға бағышланды. Уҡыусылар сәмләнеп ҡатнашыуын күреү тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Балаларҙы әҙерләгән, уларға ярҙам иткән класс етәкселәренә, һәр репетицияға йөрөткән тәрбиәселәргә рәхмәт. Ойоштороуҙа ярҙам иткән тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Гөлнара Әминова, жюриҙа ултырыусы уҡытыусыларыбыҙ Азат Хәлиловҡа, Айгөл Йыһаншинаға һәм ваҡыт табып, беҙҙең сараны объектив рәүештә баһаларға килеүсе ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Айгөл Ильясоваға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ минең эшемде баһалап Рәхмәт хаты тапшырыусы “Юшатыр” гәзите мөхәррире Малик Ильясовҡа ла рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Киләсәктә лә мәҙәниәтебеҙҙе бергә үҫтереп эшләргә һәм йәшәргә яҙһын, - ти РПЛИ-ның музыка уҡытыусыһы Йәмил Рафиҡов.

Материал тулы вариантта йома һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: