- Сәхнәгә яңы сыға башлаған осорҙа, картанан ҡарап, Кумертау, Мәләүез яҡтарын ҡалай йыраҡ ти торғайным. Бына һеҙҙең яҡтарға ла килеп еттем. Тәүгә килеүем түгел, төркөмдәге бында беренсегә килгән егет-ҡыҙҙарға әйттем: Кумертауҙа бешеный энергетикалы, мощный халыҡ йәшәй, бөгөн рәхәтләнеп ял итәсәкбеҙ тинем егет-ҡыҙҙарыма.
Бешеныймы беҙ, мощныймы, беҙҙә һәйбәт халыҡ йәшәй, кисә Илсиәгә кемеһе икмәк, кемеһе бәлеш бешереп алып килгән. Беҙҙең завотдел Гөлнур Хөсәйенова иртәнән бирле биҙәнә лә төҙәнә ине, ни булған быға тиһәк, яратҡан йырсыһына бүләк әҙерләгән икән. И. Бәҙретдиноваға арнап яҙған үҙенең шиғырын! Шуны, менеп, уҡып ишеттерҙе. Бәлеште ашайһың да бөтәһең, был бүләк, беҙҙеңсә, хәтәр булды. Йырсының күңеле лә ныҡ булды, тағы киләм мотлаҡ тине. Килһен шул. Илһам беҙҙә етерлек, одалар әлегә яҙыла торор.