-12 °С
Облачно
Күршеләрҙең беҙҙең ауылда сәхнә әҫәре менән сығыш яһауҙары беренсегә түгел. Ихлас, бирелеп уйнауҙары бик оҡшай. Ә был юлы хис-тойғолар көтөлгәндән ашып китте тиһәм, һис тә арттырмам. Ауыл тормошо, һүрәтләнгән осор бар нескәлегендә сағылдырылды. Һәр деталь ныҡлы уйланылған. Һәүәҫкәр артистар ролгә инеп, бирелеп уйнанылар. Көлдөрҙөләр ҙә, уйландырҙылар ҙа. Айырып ҡына берәүҙе лә маҡтап булмаҫ ине. Ауылдашыбыҙ Собханғолов Аликтың Хәниф ролендә уйнауы, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Бытбылдыҡ ролен тап Бикмаев Рәсим уйнарға тейеш тип ҡабул иттек..
Ғәзимә Азнабаева, Абдул ауылы