- Яҡшымбәт мәҙәниәт йортоноң "Көйөргәҙе" халыҡ театры 2002 йылдан алып эшләп килә. Бында ауылыбыҙҙың театр сәнғәтен яратҡан, төрлө образдарға инеп, тамашасыларҙы берсә илатырға, берсә көлдөрөргә, берсә һағыштарға һалып уйлатырға һәләтле төрлө профессия кешеләре шөғөлләнәләр.
Коллективты, күп йылдар, режиссер Гөлфиә Зиннәт ҡыҙы Исхаҡова етәкләне, бөгөнгө көндә инде, мин, Гөлшат Ғибәҙулла ҡыҙы Хәйбуллина етәкләйем. Коллектив йыл да сәхнәгә ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә, шулай уҡ сценкалар, театралләштерелгән тамашаларҙы ла ситтә ҡалдырмай. Гастролдәр менән күрше ауылдарға, хатта райондарға ла сығып торабыҙ. Республика һәм район театр фестивалдәрендә лә әүҙем ҡатнашабыҙ.
2009 йылда "Халыҡ театры" исемен яуланыҡ һәм 2012, 2015, 2018, 2022 йылдарҙа ла был исемгә тап төшөрмәй, уңышлы яҡлап сыҡтыҡ.
Буй еткәндәр ҙә, үҫеп килгән быуын балалары ла театр коллективында теләп шөғөлләнәләр. Оҙаҡ йылдар шөғөлләнгәндәр яңы килгән йәштәргә менән үҙ тәжрибәләрен бүлешәләр һәм был сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышалар.
Стәрлетамаҡ дәүләт концерт - театр берләшмәһе актеры Рәсил Йәғәфәр улы Сынбулатов та кәңәштәрен бирергә, отошло алымдар өйрәтергә ҡайтып тора. Барлыҡ мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре исеменән барыһына ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.