- Ауылыбыҙ клубында "Ҡушҡайын" тип аталған театр түңəрəге Гүзəлиə Халиҡова етəкселегендə уңышлы эшлəп килə. Быйыл беҙ Наил Ғəйетбаев пьесаһы буйынса тамаша əҙерлəнек. Һəүəҫкəр артистарыбыҙ Карам Тураев, Миңзирə Байназарова, Мəнəүəрə Урманцева ауылыбыҙ халҡын ял иттерəйек, ауылыбыҙ йəшəһен, клубыбыҙ эшлəһен тип үҙебеҙсə тырышып йөрөйбөҙ. Хатта Йосопов Минһаж менəн Зөлфиə Тураева ҡаланан репетицияларға ҡайтып йөрөнөлəр. Беҙ һəр ваҡыт ҡанатланып сараларҙа ҡатнашырға тырышабыҙ. Артабан да матур клубыбыҙ эшен дауам итһен, Гүзəлиə Альберт ҡыҙы эше уңышлы барһын, илебеҙҙə тыныслыҡ булһын, барыбыҙға ла Аллаһы Тəғəлə иҫəнлек бирһен.
Яманһары артистары ҡуйған "Аты барҙың - дәрте бар" тамашаһы тураһында тулы материал йома һанында баҫылды.