- ...Мине гармунда уйнарға иң беренсе атайым өйрәтә башланы, 3-4-се кластарҙа уҡыған саҡ булғандыр. Һуңынан уйнау техникаһына төшөнөп алғас, яйлап көйҙәр өйрәнә башланым. Башланғыс кластарҙа йыр дәресен уҡытҡан Әлфинур апа Ванюркина-Рафиҡова миндә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләһә, өлкән кластарҙа йыр дәресен Ринат Ришат улы Сәйфетдиновҡа уҡытты, ул миңә гармун, баянда уйнау техникаһына бәйле күп белем бирҙе, уларға ҙур рәхмәт. Йәмил Заһрый улы Рафиҡовҡа ла рәхмәтлемен, гармун-баянда уйнау серҙәренә, нескәлектәренә төшөндөрҙө. Иң ҙур рәхмәтемде музыкант, композитор Йәүҙәт Әвғәнур улы Усмановҡа белдерәм, мин унан бик күп музыка серҙәренә өйрәндем. Был конкурста гран-при алыуыма шатмын, киләсәктә бөтә гармунсыларға, йыр-моң һөйөүселәргә ҙур уңыштар теләйем! Уйнаһындар гармундар, һүнмәһендәр йыр-моңдар!
Был конкурс хаҡында мәҡәлә гәзиттә үткән һанда баҫылды.