Все новости
Мәҙәни мөхит
6 Мая 2022, 08:32

Йылайырҙан йылы сәләмдәр

Бигерәк матур шул Йылайыр яҡтары! Башыңа бына-бына ишелеп төшәм тип торған тауҙар, урман, саф һауа. 

Йылайырҙан йылы сәләмдәр
Йылайырҙан йылы сәләмдәр
Кисә Күмертауҙың тынлы оркестры шунда барып ҡайтты. Бер үҙҙәре генә түгел, Башҡортостандың көнъяк регионында кем борғо тарта, шулар барған. Һәммәһе 9 оркестр. Әйткәндәй, Йылайырҙың тынлы оркестры быйыл үҙенең 100 йыллығын билдәләй.
Хәтәр булған кисәге тамаша, сихри тәбиғәт һәм тере тауышлы концерт. 
Был тамашаны ойоштороусы Республика халыҡ үҙәгенең Күмертау филиалы, йәғни, Әлфиә Грязнова ла Айгөл Ильясова. Бик оҡшаны концерты ла, Йылайыры ла тиҙәр. Бигерәк тә район үҙәгендәге боронғо йорттарҙы күреп шаҡ ҡатҡандар. Беҙҙең боронғо таныш менән дә күрешкәндәр - Борис Мелкоедов, район башлығы. Ул оҙаҡ йылдар беҙҙең хужа булды, әле күптин-күп сәләмдәрен күндереп ҡалған. Рәхмәт, Борис Николаевич, беҙ һеҙҙе онотманыҡ, йылы итеп хәтергә алабыҙ. Һеҙҙең һуҙып-һуҙып йырлаған башҡорт халыҡ йырҙарын һағынабыҙ. Яҙған булһа, тағы ла ишетербеҙ әле.
Тынлы оркестрҙар киләһе йыл Күмертауға килә.    
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: