Все новости
Мәҙәни мөхит
18 Августа 2022, 17:41

ГАРМУН МОҢО

Рәмилә Кужакова һүҙҙәре, Дамир Солтанов көйө

ГАРМУН МОҢО
ГАРМУН МОҢО

Йоҡоһоҙлоҡ...Ваҡыттарҙың
Таңға ауышы...
Керпек ҡаҡмай күҙәтеүем
Ғүмер ағышын...
...Урамдарҙан кемдер килә
Гармунда уйнап.
Төнгө тынлыҡ...Таныш моңдо
Туймайым тыңлап...

Елкендерҙе күңелемде
Гармун моңдары...
Гүйә алып ҡайтты минең
Йәшлек йылдарын...

...Үтә инек беҙ ҙә йырлап
Урамды буйлап.
Кемдер шул саҡ ултырғандыр,
Йәшлеген уйлап...

...Танһыҡ ҡына булып ҡалды
Гармун тауышы.
Гармунсының моңло йыры
Баҫты һағышым...
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: