Яҡшымбәт ауылына театр килә тигәс, әллә нисәмә ауыл "Ниңә беҙгә лә килмәйҙәр, беҙҙең дә театр ҡараһыбыҙ килә" тип яр һалды. Бәхетте тигеҙ итеп, бөтәһенә бер юлы өләшеп булмаған кеүек, бында ла шулайыраҡ, кемдер көтөп тора. Уның ҡарауы, кисә Яҡшымбәт ауылы "Әлҽплҽ артистары " исҽмлҽ бик шәп комедияны ҡарау бәхетенә ирешкән.
Тормош - театр тиҙәр, дөрөҫтөр, һәр кем үҙ ролен был тормошта яҡшы башҡарғыһы килә, кисәге Әлепле актерҙары кеүек. Афарин, артистар! Тиҙҙән башҡаларға шатлыҡтарҙы алып барып еткерерһегеҙ тип ышанабыҙ.