Тәүҙә булдыра алырмынмы, тигән икеләнеүҙәр булды, сөнки сәхнәгә беренсегә сыҡмаһам да, спектаклдә беренсегә уйнайым. Режиссерыбыҙ Рәсил Сынбулатов, коллектив етәксеһе Гөлшат апай кәңәштәре, бергә уйнаған партнерҙарымдың ҡеүәтләүе, ярҙам итеп тороуҙары миңә ҡыйыулыҡ өҫтәй. Ике заманда йәшәгән йәштәрҙең йәшәү рәүешен сағыштырам да, йәштәргә тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек, яҡшы уҡыйыҡ, тыуған илде һаҡлайыҡ, тип әйткем килә. Илебеҙҙең ысын патриоттары булайыҡ, - тип тәҫьораттары менән бүлешә төп ролдә Олеся булып уйнаған ҡыҙыбыҙ 16 йәшлек кенә Ләйсән Әбдрәхимова.
Спектаклебеҙҙе күрергә теләүселәрҙе 27-се апрелдә Район мәҙәниәт һарайында, 28-ндә Яҡшымбәттә, 7 майҙа Яңы Мораптал мәҙәниәт һарайында тамашабыҙ премьераһында көтөп ҡалабыҙ.
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.