Все новости
Мәҙәниәт
15 Ноября 2016, 12:04

«ШОҢҠАР» ҠАНАТ КИРӘ

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалыныуға 20 йыл тула.

Ошо көндәрҙә Күмертау ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалыныуға 20 йыл тула. Башҡа ҡала, райондарҙа яҙыусылар ойошмалары бөтөп барған ваҡытта был ойошма киләсәккә өмөт менән ҡарай.
Кинйәғәле Абдуллин, Закир Әкбәров, Андрей Свириденко кеүек танылған шағир - яҙыусылар менән бер рәттән, Күмертау үҙәк китапханаһында Рафаэль Миңлебаев етәкләгән КЛиК әҙәби клубы ағзалары ла үҙҙәренең ижады менән ҡыуандыра. Ул рус телендә ижад итеүсе йәштәрҙе берләштерһә, күптән түгел башҡорт телендә проза һәм поэзия өлкәһендә ҡәләмдәрен һынап ҡараған үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн “Шоңҡар” әҙәби клубы барлыҡҡа килде.
Был клубта Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районында йәшәүсе 15 йәштән 25 йәшкә тиклемге әҙәбиәт һөйөүселәр ағза була ала. Ойошма үҙенең тәүге ултырышын үткәрҙе. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр әҙәби клубының етәксеһе итеп Гөлнур Хөсәйенова һайланды. Гөлнур үҙенең ижади эштәре менән Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе районында ғына түгел, республикабыҙҙа ла билдәле. Күмертау педагогия колледжында уҡыу осоронда төрлө студенттар фестивале, конкурстарында призлы урындар яулаған, “Нәфис һүҙ”, “Ижад өсөн” номинацияларында еңгән ҡыҙ ул. Республикабыҙҙың милли кадрҙарын тәрбиәләүсе 3–сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты, Республика политехник лицей-интернаты, һөнәри белем биреүсе урта махсус, юғары уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, шулай уҡ эшләүсе йәштәр араһында ҡәләм тибрәткән буласаҡ шағир, яҙыусы, журналистар «Шоңҡар»ға мөрәжәғәт итә ала. Был башланғысты ихлас күтәреп алған һәм үҙәк китапханала эш майҙансығы булдырған өсөн Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы Шәмиғоловаға ҙур рәхмәт. “Шоңҡар” ойошмаһының ултырыштары һәр шаршамбы сәғәт 16.00-дә үҙәк китапхананың милли әҙәбиәт бүлегендә үткәрелә. Әҙәби ижад менән шөғөлләнеүселәрҙе көтәбеҙ.
Читайте нас: