Все новости
Мәҙәниәт
17 Ноября 2016, 17:51

БУЛҺА ЫНТЫЛЫШ, БУЛА УЛ УҢЫШ

Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ҡала Хакимиәте ҡарары нигеҙендә 1996 йылда законлаштырылды, уның уставы теркәлде.

Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ҡала Хакимиәте ҡарары нигеҙендә 1996 йылда законлаштырылды, уның уставы теркәлде. Бына быйыл был ижади ойошма үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Әммә шуны ла әйтеп китергә кәрәк: әҙәби ойошманың юл башы бынан байтаҡ йылдар алда башланды. 1984 йылда яңы ғына асылған Стәрлетамаҡ ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Рауил Ниғмәтуллин Көйөргәҙе районы яҡтарындағы ижад кешеләре менән осрашып, яҡындан танышыу ниәтендә ул ваҡыттағы Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының берләштерелгән «Ильич юлы» гәзите редакцияһына килә. Гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫары Салауат Кәримов менән беҙ бер-беребеҙҙе яҡшы белә инек. Күмертау ҡала редакцияһына ул эшкә күптән түгел генә килгәйне. Кәримов мине саҡырып алды. Урындағы яҙыусыларҙы йыйып алып, йыйылыш ойошторорға булдыҡ.

Редакция бинаһына ултырышҡа килеүселәр араһында Тимер Ниәтшин, Мөхәммәт Илбаев, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Һәҙиә Фәтҡуллина, Рәмилә Иҫәнғолова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Әхиәр Шәйәхмәтов, Виталий Леконцев, Зиннәт Бикбов, Әҡсән Хәлиловтар бар ине. Ошо йыйылыштан һуң «Ильич юлы» гәзите редакцияһы эргәһендәге «Көйөргәҙе моңдары» исемле берекмәбеҙ тағы ла йәнләнеп эшләп алып китте, уның етәксеһе вазифаһын Салауат Кәримов үтәне. Гәзит биттәрендә урындағы ижадсыларҙың шиғырҙары ла йышыраҡ күренә башланы. Был ҡәләм тирбәтеүселәрҙе ижадҡа дәртләндерҙе. Шулай итеп, ҡалала яҙыусылар ойошмаһын асыу өсөн был әҙәби берекмә нигеҙ булып торҙо.

Ҡалала яҙыусылар ойошмаһы бул-дырыуҙы башлап йөрөүсе һәм уның тәүге етәксеһе яҡташыбыҙ, күренекле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина булды. Ә 2001 йылдан башлап был вазифа ошо юлдарҙың авторы, шағир Кинйәғәли Абдулинға йөкмәтелде. Әлеге ваҡытта беҙҙең ойошмала утыҙға яҡын ағза ижади эш менән шөғөлләнә. Уларҙың дүртәүһе Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар Союзына ағза итеп ҡабул ителде: Мөхәммәт Илбаев, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Салауат Кәримов — 2002 йылда, Закир Әкбәров — 2004, Сулпан Миңлебаева — 2009, Кинйәғәли Абдуллин — 2010 йылда. Андрей Свириденко, Владимир Кузин, Виктор Уразбаев, Мөхәрәм Бикбаевтар «Күп милләтле Санкт-Петербург» Яҙыусылар Союзы ағзалары булып торалар. Яҙыусы-сатирик Закир Әкбәров — Хәким Ғиләжев исемендәге, ә Нәсимә Йосопова, Сулпан Миңлебаева һәм мин — Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдыҡ. Бәләбәй ҡалаһында төрлө йылдарҙа уҙғарылып килгән «Илһам шишмәләре» исемле шиғриәт фестивалендә ҡатнашып, яҙыусылар ойошмаһының ете ағзаһы төрлө йыл-дарҙа төрлө номинациялар буйынса лауреат йәки еңеүсе исемен яуланылар.

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе ра-йоны яҙыусылар ойошмаһы ағзалары авторлығында ошо 20 йыл осоронда 80-дән ашыу китап баҫтырып сығарылды, шуларҙың 19-ы республиканың «Китап» нәшриәтендә. Бынан тыш дүрт: 1998 йылда Күмертау ҡалаһының 45 йыллығына арналған «Һиндә ҡалам, гүзәл ҡалам!» тигән, 2005-тә «Еремә — йырым», 2008-ҙә - «Берҙәмлек», 2011 йылда «Дуҫлыҡта — көс» тигән йыйынтыҡтар баҫтырып сығарҙыҡ. Әҙәбиәт йылы тип уҙғарылған 2015 йылда ойошманың 59 ағзаһының автобиографик һәм ижади белешмәләре индерелгән «Яҡташтар» («Земляки») исемле белешмә әҙерләп нәшер ителде. Унда Күмертау ҡалаһының һәм Көйөргәҙе районының әҙәбиәт менән бәйле исемдәр яҡтыртылды.

Быйылғы юбилей йылында ойош-маның ете ижадсыһы үҙҙәренең китаптарын баҫтырып сығарҙы, шуларҙың береһе — Республика «Китап» нәшриәтендә.

Быларҙың барыһы ла, әлбиттә, ойошма ағзаларының ижадҡа ҡарата булған ныҡышмалы эш алып барыуҙары менән өлгәшелгән уңышлыҡтар. Башҡараһы эшеңде көсөңдө йәлләмәй, ҙур иғтибар менән эшләһәң генә уңышҡа өлгәшеп була.

Гәзит уҡыусылар иғтибарына яҙыусылар ойошмаһының бер нисә авторының шиғырҙарын 3-сө биттә тәҡдим итәбеҙ.

Кинйәғәли АБДУЛЛИН,

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе

ӘҘӘБИ БЕРЕКМӘНӘН ОЙОШМАҒА ТИКЛЕМ

Салауат КӘРИМОВ, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының директоры (баш мөхәррире), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1984-86 йылдарҙа «Көйөргәҙе моңдары» әҙәби берекмәһе етәксеһе, Өфө ҡалаһы:

– Бөгөн Күмертау ҡалаһында һәм Көйөргәҙе районында тулы хоҡуҡлы яҙыусылар ойошмаһы эшләп килә икән, был, иң беренсе сиратта, ҡала һәм район етәкселәренең ярҙамы һәм ижадсыларҙың үҙҙәренең әүҙемлеге менән, тип әйтергә теләйем. Республикала берҙән-бер айырым йәшәгән яҙыусылар ойошмаһы ул.

Яҙыусылар ойошмаһы бөгөн төрлө йәштәге ижадсыларҙы берләштереп кенә ҡалмай, улар тарафынан йыл да китап йәки альманах нәшер ителә, һәр төрлө осрашыуҙар үткәрелә. Рәсми ойошма булараҡ, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы буш урында барлыҡҡа килмәне. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районының «Ильич юлы» гәзите янында «Көйөргәҙе моңдары» әҙәби берекмәһе бик әүҙем эшләне. Бында шөғөлләнгәндәрҙең күптәре Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына ҡабул ителде. Ултырыштарҙан һуң, гәзиттә әҙәби бит сығара инек. Был эштә «Ильич юлы» гәзитенең баш мөхәррире Эдуард Таһиров ныҡ ярҙам күрһәтте. Йыйылышып, яңы яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡыу, фекер алышыу – ул ысын мәғәнәһендәге ижади лаборатория булды. Билдәле яҙыусылар һәм журналистар Сулпан Иманғолов, Марис Нәзиров, Рәлиф Кинйәбаев, ҡала һәм район мәктәптәре, педагогия училищеһы уҡытыусылары ҡатнаша торғайны. Ҡаланың «Күмерселәр» мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары менән бергәләшеп осрашыуҙарға сығып китеүҙәр... Барыһын яҙып та бөтөрлөк түгел. Өфөлә йәшәүсе яҡташ яҙыусылар, журналистар менән бик ҙур осрашыу ҙа һаман хәтерҙә. Күмертауҙарҙың әле лә балалар һәм йәштәр менән бәйләнеште өҙмәүе ҡыуандыра. Ҡасандыр әҙәби ойошма булдырып, туған телебеҙҙе үҫтереү, әҙәбиәтебеҙҙе пропагандалау буйынса алып барылған эштәрҙең башында тороуым менән ғорурланам.

Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, яҙыусы, журналист, Учалы ҡалаһы:

– 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Мин ул ваҡытта педагогия училищеһында эшләй инем. Бер егет (иҫләмәйем кем булғанын) килеп: «Стәрлетамаҡтан яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе килгән, һеҙҙе табырға ҡуштылар», - тине. Шулай итеп редакцияның бәләкәй генә бер бүлмәһендә әүҙем эш башлап ебәрҙек. Салауат Кәримовтан эстафетаны Кинйәғәли Абдуллин алып, матур итеп эшләп китте. Әҫәрҙәребеҙҙе бик ентекләп, төбөнә тоҙ ҡойоп ижад итә инек. Ысын мәғәнәһендә шиғыр яҙыр өсөн талант кәрәк. Татыу коллективыбыҙ менән осрашырға һәр ваҡыт атлығып торҙоҡ. Күмәкләшеп ауылдарға төрлө кисәләргә сығып китә инек. Ул замандар күңелдә бик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырҙы. Ойошма артабан да сәскә атһын, ижади сәмдәрен юғалтмаһындар, ижади уңыштар теләйем.

Сулпан МИҢЛЕБАЕВА, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Б. Бикбай исемендәге премия лауреаты, шағирә, Яңы Мораптал ауылы:

– Ойошмабыҙға 20 йыл тиһәк тә, уның тамырҙары үткән быуаттың 80-се йылдарына барып тоташа. Бөйөк үк яҙыусылар булмаһаҡ та, һәр беребеҙҙә ижад осҡоно йәшәй һәм шул осҡон ярҙамында ижад итәбеҙ. Тәүҙә әҙ генә булһаҡ та, хәҙер күмәгәйҙек. Төрлө милләт вәкилдәре менән бергә ҡайнап йәшәйбеҙ. Һәр бер ижадсының кимәле төрлө булған кеүек, уҡыусыларыбыҙҙың да төрлөһө бар. Кемдер еңел генә шиғырҙарға өҫтөнлөк бирә, кемеһелер мәғәнәһе төптә ятҡан, ауырыраҡ шиғырҙарҙы ла ҡабул итә. Һәр бер ижадсыға уңыштар теләйем, ижад осҡондарын һүндермәһендәр, ижад итеү бер ҡасан да насарлыҡҡа әйҙәмәй.

Рәмилә ИҪӘНҒОЛОВА, шағирә, юғары категориялы өлкән методист, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Өфө ҡалаһы:

– «Көйөргәҙе моңдары» әҙәби берекмәһенә, Күмертау яҙыусылар ойошмаһына рәхмәттәрем сикһеҙ.

Тәүҙә Павловка, аҙаҡ Яманһары ауылдарында эшләнем. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, ойошманың йыйылыштарына килергә ашҡынып тора инем. Ул саҡтарҙа барыбыҙ ҙа йәш, дәртле. Хәҙер инде күптәребеҙ төрлө яҡҡа таралышып бөттөк. Ошо, кескәй генә булһа ла, ойошма беҙгә артабан үҫешергә терәк булды, ҡанат ҡуйҙы. Беҙгә ауылда һөрһөп ятырға, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнарға тура килмәне. Осрашҡан һайын шиғырҙарыбыҙҙы тикшерәбеҙ, аҙаҡ улар район һәм ҡала гәзитендә баҫылып сыға. Ижад емештәребеҙ ул ваҡыттағы «Ленинсы», хәҙерге «Йәшлек» гәзитендә лә донъя күрҙе. Яҙыусылар ойошмаһы тарҡалмаһын, артабан да шулай әүҙем эшләргә яҙһын. «Юшатыр» гәзите менән берлектә, бер-береһенән айырылмай йәшәүен теләйем.


Читайте нас: