Атай нигеҙенә ҡайттым әле,
Нигеҙ ташы ғына ҡалһа ла.
Кендек ҡаным тамған тыуған тупраҡ,
Атай нигеҙенә ҡайттым әле,
Сабый сағым, һине юҡһынып.
Атай ҡаршы сығып баҫыр төҫлө,
Ҡулдарымды һуҙам ымһынып.
Алтын ҡулда саҡта ҡәҙере юҡ,
Йылдар үткәс кенә һынала.
Нигеҙ ташы түгел, йорт бар саҡта
Йыш ҡайтайыҡ тыуған тупһаға.