Все новости
Мәҙәниәт
29 Ноября 2016, 03:02

КИЛЕН ҠАЙҘАН ЯРАЛА?

Илкәнәй ауылы мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған «Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала» тип исемләнгән матур мәҙәни сара үтте.

Илкәнәй ауылы мәҙәниәт йортонда әсәйҙәр көнөнә арналған «Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала» тип исемләнгән матур мәҙәни сара үтте.

Рина Әхтәмова ойошторған күркәм сарала Нуриевтар һәм Вәхитовтар ғаиләләре ҡатнашты. Ауылыбыҙҙың иң оҫта ҡәйнәләре һәм килендәре ҡул эштәренән, аш-һыу төрҙәренән торған күргәҙмә ошошторҙо, ҡәйнә һәм килен мөнәсәбәттәрен сағылдырған мәҡәл, әйтемдәрҙә көс һынашты, бала һөйөү, бишек йырҙарын да йырлап ишеттерҙеләр. Туҡмас йәйеп киҫеүҙә иң йәш килен Лариса Вәхитова оҫталыҡ күрһәтһә, тәжрибәле килен Лариса Нуриева ямау ямау, тегеү эштәрендә алдынғылыҡ күрһәтте. Ҡәйнәләр килен булып төшкән саҡтарына әйләнеп ҡайттылар, хәтирәләр менән бүлештеләр. Был конкурс ҡатын–ҡыҙҙар советы ағзалары: Зөлфиә Араптанова, Светлана Әхтәмова, Әлфиә Аҙнабаева, Розалия Аҡбулатованың йырҙары бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Әсәләр көнөнә арналған сара бик күнелле үтте, сәй табыны менән тамамланды. Ауыл халҡы ҡәнәғәт таралышты.

Ҡәйнәле–киленле Сәриә һәм Лариса Нуриевтар, Ғәлиә һәм Лариса Вәхитовтарға, ойоштороусыларға, ҡатнашыу-сыларға ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ, иҫәнлек- һаулыҡ теләйбеҙ.

Читайте нас: