Все новости
Мәҙәниәт
29 Ноября 2016, 03:10

МИКОЛАЙЧУКТАР ҺЫНАТМАНЫ

26-27 ноябрҙә Өфөлә «Йәш ғаилә — 2016» республика конкурсы үтте.

26-27 ноябрҙә Өфөлә «Йәш ғаилә — 2016» республика конкурсы үтте. Унда Көйөргәҙе районы Павловка ауылынан Ольга һәм Алексей Миколайчуктарҙың ғаиләһе ҡатнашып, 2-се урын яулап ҡайтты.
Ноябрь башында Айсыуаҡ ауылында районыбыҙҙың йәш ғаиләләре ярышҡайны. Унда скрипка буйынса педагог Ольга Ильинична, район мәҙәниәт йортонда тауыш режиссеры булып эшләгән Алексей Николаевич, 5 йәшлек Светослав һәм 3 йәшлек Алина Миколайчуктар район исеменән республика бәйгеһендә ҡатнашыу хоҡуғы алыуы тураһында гәзитебеҙҙең 8 ноябрь һанында яҙып сыҡҡайныҡ инде.
«18 йыл үткәрелгән ярыш икенсе йыл рәттән квест формаһында үткәрелә. Бәйгелә 7 интерактив майҙансыҡ эшләне. Һәр бер ғаиләгә шуларҙы үтеп сығырға кәрәк ине. Майҙансыҡтар ҡаланың төрлө урындарында урынлашҡан. Китапхана, музей, ресторан һәм спорт залдарында үткәрелгән конкурс майҙансыҡтарына такси менән йөрөттөләр. Барлығы 7 ғаилә ҡатнашты. Кино йылы булғанға күрә, бар конкурстар ҙа тиерлек киноға бәйле ине. Музейҙа һуғышҡа оҙатыуҙы сәхнәләштерһәк, бейеү залында бейенек, китапханала төрлө һорауҙарға яуап бирҙек. Балаларға иң оҡшағаны тышта пинбол уйнау булды. Ярыш ваҡытында ғаиләләр бер-береһе менән осрашманы ла. Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залындағы бүләкләү тантанаһына тиклем кем нисә балл йыйғанын белмәнек тә, хатта» - тип кинәнеп һөйләне ярыштарҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо алып ҡайтҡан Ольга Миколайчук. Бағыусыларҙың бик күп бүләктәренән тыш, төп бүләк — ноутбук өсөн дә ҡыуанып бөтә алмай улар. «Һәр ваҡыт шылтыратып хәлдәребеҙҙе белешеп торған, барып ҡайтыу өсөн машина биргән, шулай уҡ финанс ярҙам да күрһәткән район хакимиәте етәкселәренә рәхмәттәребеҙ сикһеҙ», - ти Миколайчуктар ғаиләһе.
Читайте нас: