Все новости
Мәҙәниәт
6 Декабря 2016, 13:46

ИЗГЕЛЕКТӘР ҠЫЛЫП ҠАЛАЙЫҠ

Ап-аҡ ҡына ҡарҙар ҡаплап алдыБолоҡһоп та ятҡан ҡара ерҙе...

Ап-аҡ ҡына ҡарҙар ҡаплап алды
Болоҡһоп та ятҡан ҡара ерҙе.
Нурландыра, сафландыра ҡарҙар,
Ерҙе генә түгел, күңелдәрҙе…
Бына тағы аҡ биләүҙә ерем –
Бер Хоҙайҙың ғына был ҡөҙрәте.
Дымлы булһын тупраҡ, һутлы булһын,
Яҙын артыр илем бәрәкәте.
Тамырыбыҙ ерҙә… Ерҙән генә
Йәшәү көсө килә һәммәбеҙгә.
Фанилыҡта хыял күккә сөйһә,
Һыйынабыҙ аҙаҡ ҡара ергә.
Аҡ ҡарҙарҙай, ап-аҡ күңел менән
Ҡара ерҙә аҡ юл һайлайыҡ.
Мәрхәмәтле булып Ер – Әсәгә
Изгелектәр ҡылып ҡалайыҡ.
Читайте нас: