Йома көндө Яңы Мораптал мәҙәниәт йортонда «Көйөргәҙе биҙәктәре» төбәк-ара шәл фестивале уҙғарылды. Бында Ырымбур өлкәһенең 2-се Иманғол, Көйөргәҙе районының Павловка, Бахмут, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Мораптал ауылдарынан килгән фольклор ансамблдәре һәм шәл бәйләү оҫталары ҡатнашты.
Мәҙәниәт йорто фойеһына килеп инеү менән күҙҙең яуын алып торған шәлдәр, мамыҡтан бәйләнгән башҡа бик күп төрлө әйберҙәр күргәҙмәһе ойошторолған. Был бәйгенең 1-се туры ине. Икенсе турҙа фольклор ансамблдәре шәл менән бәйле халҡыбыҙ йолаларын күрһәтте. Һәр сығыш үҙенең үҙенсәлеге менән хайран ҡалдырҙы. Ярыштың 3-сө турында шәл бәйләүселәр ысын мәғәнәһендә үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтергә тейеш ине. Конкурсанттарҙың һәр береһенә мамыҡ еп таратылып бирелде. Кем тиҙерәк һәм күберәк бәйләүгә ярыш башланып та китте. Байрамдың ҡунаҡтары һәм шулай уҡ жюри ағзалары — район хакимиәтенең социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураева, район мәҙәниәт йорто режиссеры Ирина Песецкая һәм Таймаҫ ауылы шәл оҫтаһы Мәүлиҙә Мәҡсүтоваға еңеүселәрҙе билдәләүе, ай-һай, ауыр булғандыр. Шулай ҙа бәйгенең еңеүселәре билдәле. Ойоштороусылар «Арзан» магазины һәм Киров исемендәге хужалыҡ етәкселегенә финанс ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәттәрен белдерә.