Все новости
Мәҙәниәт
8 Декабря 2016, 14:27

КИНОМАРАФОН — КӨЙӨРГӘҘЕ ЕРЕНДӘ

2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде.

2016 йыл Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Йыл сиктәрендә илдең төрлө төбәктәрендә, шул иҫәптән республикала, беҙҙең районда ла төрлө мәҙәни саралар үтте. Башҡортостанда иһә йыл башынан киномарафон старт алды. Ниһайәт, был марафон беҙгә лә килеп етте. Шишәмбе көндө «Йәшлек» мәҙәниәт йортонда Салауат ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатова барыһын да байрам менән ҡотлап, киномарафон символын – кинематография «хлопушка»һын районыбыҙ мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураеваға тапшырҙы.

– Кино – ул кешеләрҙең рухын, аңын үҫтереүсе көслө ҡорал. Беҙҙең районда ла Кино йылында төрлө ҡыҙыҡлы саралар үтте, – тип һөйләп үтте Светлана Марат ҡыҙы.

Сараға килгән ҡунағыбыҙ «Баш-ҡортостан» киностудияһының баш мөхәррире, режиссер Мәғәфүр Тимербулатов йола буйынса, районыбыҙға «Башҡортостан» киностудияһында тө-шөрөлгән фильмдар яҙҙырылған дисктар бүләк итте.

Артабан тамашасылар ҙур теләк менән йәнһүрәттәр һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҡараны.

Был көндө кинодраматург Мәғәфүр Мансур улы Ермолаеволағы үҙәк китапханала ла булды. Унда кино сәнғәтен һөйөүселәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Кисә республика киномарафоны эстафетаһын Светлана Марат ҡыҙы Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Наталья Лапшинаға тапшырҙы.


Читайте нас: