Рәсәй киноһы йылы ла үтеп бара. Минең өсөн иң иҫтәлекле йылдарҙың береһе ул. Сөнки бар ғүмерем, һөнәри эшмәкәрлегем сәнғәттең ошо үҙенсәлекле төрө менән тығыҙ бәйле булды.
Заманында кино йәш быуынды тәрбиәләүҙә, халыҡты мәҙәни яҡтан ағартыуҙа, рухи-эстетик тәрбиә биреүҙә, хатта белем биреүҙә беренсе урында торҙо, тиер инем мин. Нәфис фильм алдынан тәүҙә төрлө тематикалы документаль таҫмалар күрһәтелеүе – шуға асыҡ дәлил.
Инде хәҙер халыҡ нәфис фильмдарҙы телевизорҙан, интернеттан ҡарай, шуға бәйле ауылдарҙа кино күрһәтеү бөттө. Райондағы был эштәрҙе ойошторған кинотамаша предприятиеһы ла ябылды. Шулай ҙа беҙҙе, заманында киномеханик булып эшләгән көйөргәҙеләрҙе, яҡташтарыбыҙ онотмай. Мин дә Кино йылына, тыуған көнөмә бәйле Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтан, район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтан, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Марат ҡыҙы Тураеванан Рәхмәт хаттары, ҡотлауҙар алып ҡыуандым. Шулай ҙурлағандары, ҡәҙерләгәндәре өсөн уларҙың барыһына ла яратҡан гәзитем «Юшатыр» аша оло рәхмәттәремде еткергем килә. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музей директоры Әлфирә Салауат ҡыҙы Ниғмәтуллина Рәсәй киноһы йылы уңайынан үткәрелгән «Музей төнө - 2016» акцияһына тормош иптәшем Клара Хәлиулла ҡыҙы менән икебеҙҙе саҡырып, ололап, Рәхмәт хаттары тапшырып беҙгә яңы дәрт-ҡыуаныстар өҫтәне. Әлфирә ҡыҙыма артабанғы эшендә, тормошонда уңыштар теләйем!
Быйыл, 16 февралдә, булып үткән осрашыу ҙа күңелдә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Был фотола, гәзит уҡыусылар, һеҙ шул сараға саҡырылған районыбыҙ ауыл мәҙәниәт йорттарында, ауыл клубтарында ваҡытында киномеханик булып эшләгән яҡташтарыбыҙҙы күрәһегеҙ. Беренсе рәттә һулдан уңға: Татьяна Изотова (Юшатыр), Фира Казакбаева (Свобода), Клара Әбдрәшитова (Яңы Мораптал), Рифҡәт Әбдрәшитов (Яңы Мораптал), Ҡотдос Казакбаев (Свобода), Камил Түләков (Яҡшымбәт), Иван Леонтьев (Павловка), Рәсүл Аҡһаров (Ҡотлоюл); икенсе рәттә: Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәте башлығы, Сәмерхан Юлтаев, элекке Көйөргәҙе районының кинотамаша предприятиеһы директоры. Хәҙер инде киносеттең ябылғанына 10 йыл. Район Хакимиәте элекке киномеханиктарын онотмай, быйылғы Рәсәй киноһы йылында ла беҙҙе йыйып, ҡотлап, йылы һүҙҙәрен, бүләктәрен йәлләмәнеләр.