Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2016, 15:10

8 ЙӘШТӘН 79 ЙӘШКӘ ТИКЛЕМ

Үткән кесе йомала, 2016 йылдың 8 декабрендә, Башҡортостан Республикаһының республика ...

Үткән кесе йомала, 2016 йылдың 8 декабрендә, Башҡортостан Республикаһының республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалында Морат Илбаев исемендәге башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың сираттағы төбәк конкурсы үтте.

Бәйгелә Мәләүез, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Ейәнсура, Стәрлебаш, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарынан 30 һәүәҫкәр йырсы ҡатнашты. Уларҙың сығыштарын дөрөҫ һәм ғәҙел баһалау өсөн Салауат музыка колледжы уҡытыусыһы Гүзәлиә Камил ҡыҙы Зарипова етәкселегендә бойондороҡһоҙ жюри саҡырылды.

Конкурстағы иң йәш ҡатнашыусыға 8 йәш ине, ул – Салауат ҡалаһынан Айлина Байрамғолова. Ә иң олоһо беҙҙең Көйөргәҙе районынан: 79 йәшлек Миңлесара Кантикова. Уның башҡарыуында сәхнәнән татар телендә «Ҡыр ҡаҙҙары», «Ел ҡапҡа» йырҙары яңғыраны. Ул I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.

Юғары балдар, I дәрәжә лауреат дипломдары менән Ейәнсура районынан Фәнүр Тоҡомбәтов «Сибай», Күгәрсен районынан Айнур Туҡтаев «Арғужа» башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарғандары өсөн билдәләнде. Шулай уҡ Салауат ҡалаһынан конкурсҡа Хәҙисә Нәҙерғолова әҙерләп алып килгән йәш башҡарыусыларҙан Айлина Байрамғолова менән Ралина Әминеваның сығыштары юғары балдар менән билдәләнде. Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылынан Раушания Сынбулатова «Шәүрә» йырын юғары кимәлдәге оҫталыҡта башҡарғаны өсөн гран-приға лайыҡ булды.

Республика халыҡ ижады үҙәге филиалы конкурстарында һәм фестивалдәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Йәүҙәт Усмановты, Йәмил Рафиҡовты (Күмертау ҡалаһы), Хәҙисә Нәҙерғолованы (Салауат ҡалаһы), Фәриҙә Ҡобағошованы (Мәләүез ҡалаһы) ыңғай яҡтан телгә алып, уларға рәхмәттәр әйтеп китергә теләр инек.

Конкурсҡа йомғаҡ яһалып, жюри ағзалары шундай уртаҡ фекергә килде.

«Кесе йәштәге төркөм» (16 йәшкә тиклем):

I дәрәжә лауреаттар – Айлина Байрамғолова, етәксеһе Х. Нәҙерғолова, Салауат ҡалаһы, Ралина Әминева, етәксәһе Х. Нәҙерғолова, Салауат ҡалаһы;

II дәрәжә лауреаттар – Вероника Тютюникова, етәксеһе Й. Усманов, Күмертау ҡалаһы; Гүзәл Аҙнағолова, Ейәнсура районы, етәксеһе Ф. То-ҡомбәтов;

III дәрәжә лауреаттар – Әҡлимә Сәлихова, етәксеһе Ф. Ҡобағошова, Мәләүез ҡалаһы, Рината Яҡупова, етәксеһе Й. Усманов, Күмертау ҡалаһы, Руфина Рәхмәтуллина, етәксеһе Х. Нә-ҙерғолова, Салауат ҡалаһы.

«Урта йәштәге төркөм» (16 йәштән 30 йәшкә тиклем):

I дәрәжә лауреат – Айнур Туҡтаев, Күгәрсен районы,

II дәрәжә лауреат – Әлфиә Мырҙабаева, Ейәнсура районы,

III дәрәжә лауреат – Заһир Аҙнабаев, Көйөргәҙе районы.

«Өлкән йәштәге төркөм» (31 йәштән һәм унан өлкәндәр):

Гран-при – Раушания Сынбулатова, Көйөргәҙе районы,

I дәрәжә лауреаттар: Фәнүр Тоҡомбәтов, Ейәнсура районы, Миңлесара Кантикова, Көйөргәҙе районы.

II дәрәжә лауреат: Фирүзә Иҫәнсурина, Стәрлебаш районы.

Был юлы ла яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап үткәрелгән конкурстың әһәмиәте ҙур булды, ул милли сәнғәтебеҙҙә, халыҡ таланттары араһында яңы исемдәрҙе асыҡлауға булышлыҡ итте.

Читайте нас: