Все новости
Мәҙәниәт
13 Декабря 2016, 15:09

ЭЛВИН ГРЕЙ — КҮҢЕЛДӘРҘЕ ГРЕЙ

Үткән шәмбе ҡалабыҙҙың «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең...

Үткән шәмбе ҡалабыҙҙың «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең генә түгел ололарҙың да һөйөүен яулаған, популяр йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшиндың йәки, үҙенсә әйтһәк, Элвин Грейҙың концерты булды. Яратҡан йырсыны күрергә халыҡ ныҡ эркелеп килгәйне, хатта күрше район-ҡалаларҙан да булдылар. Билеттар юҡ ине, күптәр залда баҫып торған өсөн дә урынды һатып алды. Шулай ҙа тамашасыларҙың кәйефе ҡырылманы, улар Радикка ҡушылып йырлап, бейеп ял итте.

Элвин Грей янына үтеп инерлек түгел, һаҡсылары ныҡ тора, шулай ҙа, ваҡыты тар булһа ла, «Юшатыр» гәзите өсөн генә бер-нисә минут бүлде.

– Радик, Һин Мәскәүҙә бит инде, тыуған яҡтар һағындырамы? Башҡортостан менән бәйләнеш тотаһыңмы?

– Әлбиттә, һағындыра. Өфөлә тыуып үҫтем, ә әсәйемдең тыуған яғы - Ғафури районы. Тыуған яҡтарым бигерәк тә һағындыра, унда мин мөмкинлек булған һайын ҡайтырға тырышам. Хәҙер интернет заманы бит, Башҡортостаным менән берҙә бәйләнеште өҙгәнем юҡ.

– Беренсе тапҡыр музыка менән ҡасан шөғөлләнә башланың?

– Әсәйем мине 11 йәшемдә ҡурайсылар төркөмөнә яҙҙырғайны. Тылсымлы ҡурайға ҡағылыуым менән аңланым — был минең донъя! Ләкин музыкаль белемде үҫтереү мөмкинлеге булманы. 12 йәшемдә атайым вафат булып, ғаиләне ҡайғыртыусы берҙән-бер ир кеше булып үҙем ҡалдым...

– Концерттарың бөтә ерҙә лә аншлаг менән бара, тиһәк тә, яңғылыш булмаҫ, башҡа артистар яғынан көнләшеү тойғоһо һиҙелмәйме? Мәҫәлән, Салауат Фәтхетдиновтың пресс-конференцияла «Татар моңо» конкурсының жюри рәйесе булараҡ: «Замана үҙгәрҙе — хәҙерге өләсәйҙәргә лә татар моңо түгел, ә Элвин Грей кәрәк», – тигән һүҙҙәренә нисек ҡарайһың?

– Мин башта кешеләрҙе айыра белмәй торғайным, хәҙер аңланым. Аяҡ салыусыларға иғтибар итмәйем, улар, киреһенсә миңә көс-дәрт кенә бирә, сөнки көнләшеүселәр бар икән, тимәк, конкуренция ла бар. Минең өсөн иң мөһиме – халыҡ, йырҙарымды тик улар өсөн башҡарам.

– Кәләш алырға йыйынмайһыңмы әле?

– Кәләш алып урамда йәшәйемме ни (көлә). Юҡ, әлегә башҡараһы эштәрем ныҡ күп, өйләнһәң, яуаплылыҡ икеләтә артыуын яҡшы аңлайым, шуға 30 йәшем тулғас ҡына йөрьәт итермен, бәлки.

– Күмертауҙа һәм Көйөргәҙе районында дуҫтарың да бик күп, тиҙәр...

– Аллаға шөкөр, бар ерҙә лә дуҫтарым күп. Бигерәк тә, Күмертауға килһәм, рәхәт. 20-ләгән туғандарым бар бында, ҡолас йәйеп көтөп торалар. Күмертауға килгәс, шул тиклем ҡарҙың күплегенә аптыраным, шунан бала саҡтарымды иҫкә төшөрөп, кинәнеп ҡарҙа аунаным, кешеләр аптыраһа аптырағандарҙыр инде, әммә миңә ныҡ рәхәт булды.

– Концерттан һуң ҡайҙа юл тотаһың?

– Концерттан һуң Өфөгә ашығам, сөнки ике туған ҡустым әрменән ҡайтып килә, уны поездан ҡаршы алам.

– Беҙҙең ерлеккә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр булдымы?

– Былтыр килгәнемдә аяғымды һындырҙым, шул иҫтә ҡалған. Аяғым һыныуының да файҙаһы булды, һеҙҙең дауаханағыҙҙы күрҙем (көлә).


Белешмә өсөн:

Тыуған йылы — 17 май, 1989 йыл
Кешеләрҙә яратмаған сифаты — ике йөҙлөлөк
Ғаилә хәле — өйләнмәгән, әсәһе, апаһы бар


– Радик, әсәйеңде лә гел һинең менән концерттарҙа йөрөй тиҙәр, шул дөрөҫмө?

– Эйе, мин ҡайҙа, әсәйем дә шунда. Ул миңә һәр яҡлап та ярҙам итә, мине ҡеүәтләп тора. Теләһәгеҙ, үҙе менән дә һөйләшеп алығыҙ.

Әсәһе Нәфисә апайға ла бер-нисә һорау бирҙек.

– Радиктың йыр-моңға һәләте нәҫелдән киләме? Кемгә оҡшап матур йырлай?

– Ғаиләбеҙҙә мин дә, ҡыҙым да йырламайбыҙ, моғайын, атаһына оҡшағандыр.

– Улығыҙ менән ғорурланаһығыҙҙыр?

– Улым менән генә түгел, ә концертты ойошторған барлыҡ төркөм менән ғорурланам, уларҙың барыһына ла рәхмәт.

– Радик, әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт. Ижади уңыштар, яңы үрҙәр һиңә!
Читайте нас: