Тыуған яҡҡа тағы ҡыш килде,
Аҡ бурандар яба йомшаҡ юрған,
Ер-әсәкәй, йоҡла, йом күҙең.
«Әлли-бәлли» көйөн һиңә көйләй
Тупрағыңда үҫкән ҡурайың.
Ап-аҡ күлдәгеңдең ынйыларын
Ҡыш килеүгә һөйөнөшөп оса,
Ҡыҙылтүштәр – буран ҡоштары.
Әсе елдәр тартып – өҙөп китә
Мәрйендәрен миләш-ҡыҙҙарҙың.
Һин дә бер аҙ ял ит яҙға тиклем,
Әсе тирең түгеп илең өсөн,
Халҡың өсөн икмәк биреүсе.
Йоҡла, ерем, сәстәреңдән һыйпай
Ҡыш бабайҙың йомшаҡ ҡулдары.
Бит осоңдан үбеп уятырҙар