Все новости
Мәҙәниәт
25 Августа 2017, 14:20

КӘРӘКЛЕ БЕЛГЕС

Юмореска – Мөстәҡиә, быйыл улыбыҙ мәктәпте тамамлай, белмәйем, нишләргә уйлайҙыр, ҡайҙа барыр, уҡырмы, эшләрме? Шулай борсолоп ут йотҡанда: «Ул малайҙы ебәрмәйбеҙ, үҙебеҙгә кәрәк», – тип, ярай, директор ярҙамға килде. Юҡ, Мөстәҡиә, булмағанды һөйләмә, нишләп икенсе йылға ултырып ҡалһын, ти. Ул былай ҙа мәктәптә ун өс йыл уҡыны, уның йәштәштәре инде өйләнешеп, айырылыша башланы, ә беҙҙең малай һаман белем һеңдереп йөрөнө.

Юмореска
– Мөстәҡиә, быйыл улыбыҙ мәктәпте тамамлай, белмәйем, нишләргә уйлайҙыр, ҡайҙа барыр, уҡырмы, эшләрме? Шулай борсолоп ут йотҡанда: «Ул малайҙы ебәрмәйбеҙ, үҙебеҙгә кәрәк», – тип, ярай, директор ярҙамға килде. Юҡ, Мөстәҡиә, булмағанды һөйләмә, нишләп икенсе йылға ултырып ҡалһын, ти. Ул былай ҙа мәктәптә ун өс йыл уҡыны, уның йәштәштәре инде өйләнешеп, айырылыша башланы, ә беҙҙең малай һаман белем һеңдереп йөрөнө.
Минеңсә, директор уны белгес булараҡ саҡыралыр, мәктәпкә сит тел уҡытыусыһы күптән кәрәк. Институт бөтөргән йәш ҡыҙҙарҙы ебәрәләр, тегеләре ауылға килгәндә, ҡайҙа эләктек беҙ, тип ҡурҡып, ярты юлдан кире ҡалаға боролоп китәләр. Ә минең малай интернет аша ҡыҙҙар менән аралашып, ярайһы ғына нимессә һуҡаларға өйрәнде. Әле бер көндө генә: «Әсәй, нимес ҡыҙы үҙенә саҡырһа, китәйемме?» – тип һорағас, «Юҡ, килешмәҫ, беҙҙең Заһиҙулла бабай уларҙың Берлиндарын яулап ҡайтҡан кеше, быны белһәләр, оҡшатмаҫтар», – тип ваҡытында туҡтатып ҡалдым. Быға тиклем мәктәптә нимес телен директор үҙе алып барҙы. Әммә башҡа уҡытыусылар, ул бер юлы алты фән уҡыта, тип өҫтөнән яҙғас, уҡытыу сәғәттәрен кәметергә мәжбүр булды. Бер уйлаһаң, беҙҙең директор бик булдыҡлы кеше, унан зарланып шикәйәт биреп торалар, ә ул барыбер үҙенекен эшләй. Ана, райондан комиссия килеп тикшерҙе, имеш, мәктәпте ремонтларға бирелгән ағастан үҙенә йорт һалдырған. Бер генә факты раҫланһасы, ниңә шулай ҡағыҙ буяп, ваҡыт әрәм итеп яҙалар икән? Дөрөҫ, уның комиссия тигәне райондағы дуҫ-иштәре булып сыҡты. Килделәр, илле йыл элек төҙөлгән мәктәп бинаһын күреп баш сайҡанылар. Яҡында ғына директорҙың ике ҡатлы йорто тора. Өр-яңы бура, ҡалай түбә, ҡаралты-ҡура… Бына бит кешенең тырышҡаны әллә ҡайҙан күренеп тора. Тикшереүселәр кереп һыйландылар ҙа, бер ғәйеп тә тапмайынса, багажниктарына ит-май тейәп, китеп тә барҙылар. Хәҙер районда семинар һайын яңыса эшләй, уҡытыуҙа алдынғы алымдар ҡулланыла, тип беҙҙең директорҙың исемен маҡтап телгә алалар.
Әлегә балалар ялда, шуға минең малай нимес телен уҡытмай, иномаркала директорҙы йөрөтә. Праваһы булғас, ул хәҙер мәктәптә иң кәрәкле белгес. Каникул бөткәнсе тегеһе районда тағы бер йорт һалып ҡалырға ашыға. Төндә лә ҡайтып керәләр, таң атҡанда ла…
Директорҙың районда дуҫтары күп, барыһын да һыйларға кәрәк. Улар менән үҙе лә һыйлана, шунда хәҙер халыҡ араһында «һалырға ярата» тигән ғәйбәт йөрөй. Халыҡ бик көнсөл бит ул беҙҙең, эшләгән, яңы йорт һалған кешене күрә алмайҙар.
Мөстәҡиә, минең малайға директор, күп һөйләшмәһәң, һүҙемде тыңлаһаң, яңы уҡыу йылына дипломлы булырһың, тип ышандырып ҡуйған.
Улыбыҙ мәктәптә уҡығанда башта прокурорлыҡҡа ынтылды, унан банкирлыҡҡа уҡып сығыу хаҡында хыялланды. Әммә хыял тигәнең һәр саҡ тормошҡа ашмай шул. Ярар, мәктәптә нимес теле генә тимәгән, быйыл математика уҡытыусыһы пенсияға китә, киләһе йылға тарихтыҡы. Тимәк, беҙҙең малайға үҫергә урын ҡала тигән һүҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, Мөстәҡиә, ул директор тигәнебеҙ үҙе лә элек әллә кем булмаған, фермала быҙауҙар ҡараған, ат менән силос ташыған. Хәҙер генә мәктәп тип янып-көйөп йөрөгәс тә, йорт артынан йорт һала, белмәйем, күпмегә сыҙар. Ә беҙҙеке әлегә өйрәнә генә башланы, ваҡыты менән дипломлы ла булыр, башҡаһы ла… Әле лә хәтерләйем, Мөстәҡиә, алтынсымы-
етенсеме класта малайыбыҙ ҡабатлау таблицаһын яттан тиерлек белә ине… Бына баш, бына зиһен тейең, ни әйтһәң дә, беҙҙең нәҫел, тимәк, өмөт бар тигән һүҙ!


Читайте нас: