Все новости
Мәҙәниәт
5 Сентября 2017, 16:19

ЭЙ, УҢҒАН ДА ИНДЕ, БЕҘҘЕҢ ИЛШАТ!

Илшат Рамаҙановты бер үҙе өйҙә ҡайғырып ултырмаһын әле тип, тиҙ генә уны әсәһе йыр-бейеүгә өйрәтә башланы, хатта рус телен яҡшы белһен тип, урыҫ балалар баҡсаһына урынлаштырҙы.

Илшат Рамаҙановты бер үҙе өйҙә ҡайғырып ултырмаһын әле тип, тиҙ генә уны әсәһе йыр-бейеүгә өйрәтә башланы, хатта рус телен яҡшы белһен тип, урыҫ балалар баҡсаһына урынлаштырҙы.

Ни хәл итәһең, ҡайҙа ҡараһаң, урыҫ мөхитенә ихтибар көслө бит. Эшләнгән эштәр бушҡа булманы, бер йылдан бәләкәс егет, Республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы ла яулай. Әсәһе эшләгән, Ермолаево ауылында ойошторолған “Аҡбуҙат” балалар фольклор коллективында ла ныҡлы шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткәрелгән “Ашҡаҙар таңдары” (2011, 2014 йылдар) конкурсында Көйөргәҙе районы оҫта, тырыш балалары менән икенсе, өсөнсө урынды яулайҙар. Алты йәшлек кенә көйө сәхнәлә оҫта йырлап-бейегәс, жюри ағзаларынан оло ағай сәхнәгә Илшатты күтәреп үк алып сыға һәм уға “Иң бәләкәй башҡарыусы” номинацияһында, матур ҡул сәғәтен тапшырып, рәхмәт әйтәләр. Ҡыуанмаҫлыҡмы ни? 2012 йылда Кумертау ҡалаһында “Халыҡ йолалары” (Народные забавы) республика конкурсында ҡатнашып Гран-при яулайҙар. Ә декабрь айында Өфө ҡалаһынан килгән комиссия ошо коллективҡа “Өлгөлө башҡорт “Аҡбуҙат” фольклор ансамбле” исемен бирелеүе тураһында ҡарар сығара. Бүтән балалар һымаҡ, Илшат Рамаҙановтың да был коллективтың күтәрелеүендә өлөшө ҙур. Буран-ямғыр, һыуыҡ-эҫе тип тормай алты йәштән сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүҙәр ҙә, республика ҡурайсылар конкурстарында ла алдынғылыҡты яуларға илһам бирә. «Нисек өлгөрә икән был егет?» - тип аптырайһығыҙҙыр. Ысынлап та, Илшаттың буш ваҡыты бик әҙ. Йәй етеү менән, ул көс тупларға әсәһенең тыуған төйәге – Бөрйәнгә китә. Ул бында ихлас күңелдән ял итә: ҡолас ташлап Нөгөштә көнөнә кәмендә биш тапҡыр һыу инә, инәләре менән еләк, мәтрүшкә, шифалы үләндәр йыя, бабаларына ат ҡараша. Бигерәк тә ҡаҙ себештәрен ҡарарға ярата Илшат. Бер төрлө мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле итеп йырлап ебәрһә, себештәр ҡанаттарын йәйеп-талпынып эргәһенә йүгереп киләләр. Хатта, уға нимәлер һөйләп тә маташалар. Бер-береһен аңламайҙар ғына шул. Шулай ҙа бик шатлыҡлы ваҡыт ул. Быйыл рәхәтләнеп йылға буйында балыҡ тотто. Бик ҙурҙары ниңәлер эләкмәне. Әллә туристар ау менән һоҫоп та бөтөргәндәр? Аңламаҫһың. «Булыр әле, мин дә бәләкәй бит, өйрәнермен»,- ти ул.

Яңыраҡ Илшатты Өфө ҡалаһында үткән нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамына бағышланған концертҡа саҡырҙылар. Башҡортостаныбыҙҙың билдәле “Йатаған” этно-төркөмө һәм Халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты Марсель Ҡотоев менән башҡорт халыҡ йыры “Ҡара юрғаны” башҡарыу Илшат өсөн оло баһаға лайыҡ булды. “Шуныһы ҡурҡытты: тәжрибәле йырсы һәм музыканттар менән сығыш алдынан ике тапҡыр ғына ҡабатлап, ҙур сәхнәгә сығыу! Йырлағанда ҡапыл ҡушымтаны нисә тапҡыр ҡабатларға кәрәк икәнлегемде оноттом, ҡурҡышымдан тамағым кипте, күкрәгем ҡыҫты. Ләкин башлығыбыҙ — Рөстәм Хәмитовтың йылмайып ҡарағынын күреп, үҙемде ҡулға алдым”,- ти Илшат, сығыштарын иҫләп. Башлыҡ алдында шундай хөрмәтле артистар менән сығыш яһау минең өсөн иң ҡыуаныслыһы булғандыр. Тик бер нәмәгә ныҡ эсем бошто, мин урыҫ мәктәбендә уҡығанға, башҡортса һөйләшеү миңә ныҡ ауыр ине. “Бөгөндән башлап урамдамын, өйҙәмен, мәктәптәмен тип тормай, оялмай, башҡорт дуҫтарым менән башҡортса һөйләшергә тырышам. Баҡтиһәң, баш ҡалабыҙҙа ла башҡорттар күп икән... Хатта Илкәнәй ауылында йәшәгән өләсәһе Зәкиә менән олатаһы –Марат ағай ҙа: “Башҡортса һөйләш, улым, оят бит”, - тип оялтып та ҡайтаралар. Тырышыр ул Илшат, ана, күҙ теймәһен, үҙ аллы үҫеп килә бит, Собханалла.
Читайте нас: