Все новости
Мәҙәниәт
8 Сентября 2017, 17:03

ЭШКӘ ДӘРТЛӘНДЕРҘЕЛӘР

Алтын көҙҙөң килеп етеүен һиҙҙереп, ауыл хужалығы тармаҡтарында ялан-баҫыуҙарҙа эш ҡайнағандан-ҡайнай: иген культураларын урып-һуғыу, ашлыҡтарҙың бер грамында әрәм итмәй йыйып алыу һәм башҡа бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр... Һанап бөтөрлөк тә түгел. Таңғы биштән баш күтәрмәй эш башлаһаң, ҡояш байығансы эшләргә лә эшләргә.

Ошондай уңған ялан батырҙарыбыҙҙың саҡ ҡына булһа ла күңелдәренә дәрт, илһам өҫтәп китеү ниәте менән “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайының артистары баҫыуҙарға концерт менән сығыш яһарға сыҡтылар. Ошо көндәрҙә улар Бахмут ауылы биләмәһендәге “А7 Агро — БР” һәм Киров исемендәге хужалыҡтарҙың хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәренең йыр-моңдарын бүләк итте. Төшкө аш ваҡытында тырыш ағайҙар, апайҙар Венера Усманова, Вера Уйманова, Геннадий Попов, Николай Шашкин һәм шулай уҡ мин башҡарған йырҙарҙы тыңлап, Рәсимә Ғайсинаның бейеүҙәрен ҡарап, Евгений Савиндың үҙе яҙған шиғырын ишетеп ҡыуандылар. Игенселәребеҙ: “Икмәк булһа – йыр ҙа булыр”,- тип, үҙҙәренең дә йыр-моңға, иғтибарға һыуһауҙарын белдерҙеләр.

Алып барыусылар хөрмәтле уңғандарыбыҙға яландарҙа эштәренең гөрләп тороуын, күк йөҙөбөҙҙөң һәр саҡ аяҙ булыуын, һаулыҡ, бәхет теләп хушлашты.
Читайте нас: