Все новости
Мәҙәниәт
8 Сентября 2017, 16:27

Йырлап аҡса эшләп буламы?

Был донъяла һәр кемдең лайыҡлы йәшәгеһе килә, ҡайҙандыр өҫтәмә аҡса эшләү юлын эҙләй. Мәҙәниәт өлкәһендә лә шулай, “Алма беш, ауыҙға төш” тип, күктән көтөп ятыу заманы уҙған, уларҙа ла бюджеттан тыш эшмәкәрлек буйынса аҡса эшләү ҡаралған. Һәр клуб, мәҙәниәт йорто, аҡса эшләү маҡсатында, төрлө түләүле саралар үткәрә. Йыйған аҡсаларына үҙҙәренә кәрәк әйберҙәр алалар.

Был донъяла һәр кемдең лайыҡлы йәшәгеһе килә, ҡайҙандыр өҫтәмә аҡса эшләү юлын эҙләй. Мәҙәниәт өлкәһендә лә шулай, “Алма беш, ауыҙға төш” тип, күктән көтөп ятыу заманы уҙған, уларҙа ла бюджеттан тыш эшмәкәрлек буйынса аҡса эшләү ҡаралған. Һәр клуб, мәҙәниәт йорто, аҡса эшләү маҡсатында, төрлө түләүле саралар үткәрә. Йыйған аҡсаларына үҙҙәренә кәрәк әйберҙәр алалар.

Беҙ ҡайһы мәҙәниәт усағы күпме, нисек аҡса эшләнгәне һәм ул сумманы нимәгә тотонасаҡтары хаҡында клуб, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәренән һораштыҡ.

Әлфиә Вахитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы:

- Районыбыҙҙағы мәҙәниәт усаҡтары йылына бюджеттан тыш эшмәкәрлек менән 500 мең һум аҡса эшләргә тейештәр. Улар алдына беҙ шундай бурыс йөкмәтәбеҙ. Бөгөнгө көндә улар тырышлығы менән 420 мең һум аҡса эшләнде лә инде. Әлегә мәҙәниәт йорттарының һәр береһенә күпме аҡса эшләргә тигән айырым план ҡуйылмаған, ләкин киләһе йылдарҙа һәр клубҡа, мәҙәниәт йорттарына конкрет план раҫланасаҡ.

Рина ӘХТӘМОВА, Илкәнәй мәҙәниәт йорто мөдире:

- Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта 20 мең 50 һум аҡса эшләнек. Дискотека үткәреп аҡса эшләй алмайбыҙ. Сөнки киске уйынға уҡыусы балалар сыға, әллә үҙем уҡытыусы ла булғанға уларҙан аҡса һорарға ҡыймайым. Күрһәтелгән сумманы беҙ башлыса йыл да үткәрелгән “Театр яҙы” фестиваленә әҙерләп күрһәткән спектакль ярҙамы менән эшләйбеҙ. Районыбыҙ ауылдарына барып әҙерләнгән тамашабыҙҙы сәхнәләштерәбеҙ, үҙебеҙҙең ауылда халыҡ һорауы менән хатта ике тапҡыр ҡуйҙыҡ. Бына 3 йыл инде спектакль менән уңышлы килем эшләйбеҙ. Концерт менән дә ауылдар буйлап йөрөр инек тә, тик беҙҙең музыка аппаратурабыҙ юҡ. Әле ошо йыйылған аҡсаны тотонмай торабыҙ, ә 20 мең һумға яҡшы музыка аппаратураһы алып булмай, был аҡсаға тағы тейешенсә сумманы ҡушып, яҡшыраҡ ҡорамал алырбыҙ, тип уйлайым. Әгәр хыялыбыҙ тормошҡа ашһа, концерт менән дә йөрөргә булыр. Ауылда үҙем туплаған әртистәрем бар, уларға рәхмәт һәр саҡ әүҙемдәр, ярҙам итеп торалар.

Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА, Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе:

- Ауылыбыҙ бәләкәй булғас, беҙ һәр саҡ концерттарҙы үҙебеҙҙә буш ҡуябыҙ. Ауылдаштарымдан аҡса һорарға телем дә әйләнмәй, аҡса алырға ҡулым да бармай, улай өйрәнмәгәнбеҙ ҙә. Аҡсаны беҙ төрлө ерҙәргә концерт менән йөрөп эшләйбеҙ. Йыйған аҡсаға ансамблгә костюмдар тектерҙек, үткәргән сараларыбыҙ сағыу булһын өсөн төрлө кәрәк-яраҡтар ҙа алдыҡ.

Венер ХӘМИТОВ, Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоноң “Нур” халыҡ бейеү ансамбле етәксеһе:

- Дискотекалар, концерттар барыһы ла түләүле инде, беҙгә бит аҡса эшләргә ҡушалар. Ырымбур өлкәһендәге 2-се Имәнғолға, Керәүле-Илюшкин ауылына барып, концерттар менән сығыш яһаныҡ. Күмертауҙан светомузыка алып тороп, Морпталда бик матур дискотека ла үткәрҙек. Дискотекалар төнөндә бейеү залында 120 кеше булды. Бер төндө генә 5750 һумлыҡ билет һатып, мәҙәниәт бухгалтерияһына тапшырҙыҡ. Август айында ғына 10 мең 150 һум аҡса эшләнек. Кисә тағы бухгалтерияға 3 мең һум тапшырып ҡайттым. Йыйылған аҡсабыҙға мәҙәниәт усағыбыҙҙы ремонтлар өсөн кәрәк-яраҡтар алдыҡ. Былтыр буяу эштәренә генә 20 мең һум аҡсабыҙ китте. Әле йыйылған суммаға дискотека өсөн светомузыка алырға теләйбеҙ. Берәүһе яҡынса 15-17 мең һум тора. Шулай тырышабыҙ инде, бар нәмәгә лә аҡса кәрәк бит.

Розалина БАЙЫМОВА, Көйөргәҙе ауылы клубы мөдире:

- Беҙҙә клуб юҡ. Мәктәптең бер бүлмәһен генә бирҙеләр. Улай аҡса эшләр өсөн түләүле концерттар ойошторорға мөмкинселек юҡ. Музыка аппаратураһы ла, ауылда гармунсылар ҙа, ҡыш көндәрендә йылылыҡ та юҡ.

Гүзәлиә ХАЛИҠОВА, Яманһары клубы мөдире:

- Буш ҡуйылған сараларға халыҡты йыйыуы ауыр, әгәр ҙә түләүле концерт булһа берәү ҙә килмәйәсәк. Күрше яҡтарға концерт менән барырға йырсыларыбыҙ ҙа, бейеүселәребеҙ ҙә юҡ. Шул “Театр яҙы” менән генә йөрөп аҡса эшләмһәк башҡа сара юҡ.

Розалия ӘХИЙӘРОВА, Шәбағыш ауылы мәҙәниәт йорто мөдире:

- Аҡса эшләүе ауыр. Быйылғы ярты йылда әлегә аҡса эшләгәнебеҙ юҡ. Түләүле дискотека үткәреп, хәҙерге йәштәрҙән аҡса алып булмай. Ауыл халҡына түләүле концерт та ҡуйырға ҡыймайбыҙ. Беҙҙә музыка аппаратураһы ла, бөтә кәрәк-яраҡтар ҙа бар. Өҫтән аҡса эшләргә ҡушҡас, хәҙер концерттарҙы түләүле үткәрә башларбыҙ инде.
Читайте нас: