Все новости
Мәҙәниәт
19 Сентября 2017, 16:15

«ҠАРА ҺАҒЫҘ» СЕРҘӘРЕН АСТЫ

Яңы уҡыу йылы башланған мәлдә Аҡһары ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы ла үҙ эшен «йәйге ялдан» һуң башлап ебәрҙе. 16 сентябрь көндө иң оло ағинәй Гөлсөм Сәлихова үҙенең ихатаһында ауылдың ҡыҙҙарын һәм малайҙарын башҡорт халҡының тормош-көнкүрешендәге онотолоп барған бик матур йола — ҡайын һағыҙы ҡайнатыу менән таныштырҙы.

Яңы уҡыу йылы башланған мәлдә Аҡһары ауылының Ағинәйҙәр ойошмаһы ла үҙ эшен «йәйге ялдан» һуң башлап ебәрҙе. 16 сентябрь көндө иң оло ағинәй Гөлсөм Сәлихова үҙенең ихатаһында ауылдың ҡыҙҙарын һәм малайҙарын башҡорт халҡының тормош-көнкүрешендәге онотолоп барған бик матур йола — ҡайын һағыҙы ҡайнатыу менән таныштырҙы.

Белеүебеҙсә, башҡорттар борондан ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатҡан. Күптәр уны «ҡара һағыҙ» тип тә йөрөтә. Ҡайын туҙынан эшләнгәнлектән, ул магазиндыҡынан таҙа, сәләмәтлеккә зарар килтермәүе менән айырыла. Һаулыҡ өсөн файҙалы булыуын медицина ла таный. Теште таҙартыуҙа, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүҙә туҙ һағыҙына етеүсе юҡ. Шулай уҡ уның эсәк-ашҡаҙан, боғаҡ ауырыуҙарын, үҙәк көйөүен дауалауын иҫбат итеүселәр байтаҡ. Тимәк, элек ауыл инәйҙәре юҡҡа ғына туҙ һағыҙына ҙур иғтибар бирмәгән. Һаулыҡҡа файҙаһын белгәнлектән, был эште күмәкләп башҡарғандар. Хатта яҙ һайын балалар өсөн махсус рәүештә һағыҙ ҡайнатҡан кешеләр булған.

Бына Гөлсөм Сәлихова ла йәштәргә һағыҙ ҡайнатыу серҙәрен асыу өсөн алдан уҡ күп итеп ҡайын туҙын әҙерләп ҡуйған. Шулай ҙа ул тәүҙә балаларға нисек итеп дөрөҫ туҙ йыйырға, уны әҙерләргә икәнлеген аңлатты. Йоҡа ғына килеп сыҡҡан туҙҙы музыкаль инструмент итеп тә ҡулланып күрһәтте, хатта. Артабан улар усаҡ яғып, ҡаҙанға ҡайнатырға ултырттылар. Һағыҙ ҡайнауын көткән саҡта тары ярмаһы менән ҡабаҡтан бешерелгән бутҡанан ауыҙ иттеләр. Үҙҙәре алып килгән күстәнәстәр менән самауыр сәйен эскәс, сиҙәмдә халыҡ уйындарын уйнап, йырлашып, йомаҡтар сисеп, күңел астылар балалар. Бына, ниһәйәт, хуш еҫтәрен бөркөп, һағыҙ ҙа өлгөрҙө. Балалар түҙемһеҙләнеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән һағыҙҙы сәйнәп ҡарағас: «Үәт әй, бигерәк тәмле икән дә», - тип үҙҙәренең тәьҫораттарын белдерҙе.

Тәжрибә уртаҡлашыу, күршеләрҙең хәлен белеү ниәте менән килгән Яҡут ауылы ағинәйе Хәмдиә Рәшитова апай ҙа был саранан бик ҡәнәғәт ҡалды.

Телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, йолаларыбыҙҙы тергеҙеү, уларҙы киләсәк быуындарға ла еткереү маҡсатында һәм шулай уҡ клуб мөдире Айҙар Рәфҡәт улы Ишмөхәмәтовтың ҙур теләге менән үткәрелгән был сара бөгөнгө көндә бик тә актуаль булып тора.

Гөлнара СӘЛИХОВА
Айҙар ИШМӨХӘМӘТОВ фотоһы


Күптән түгел, элекке йолаларҙы тергеҙеп, беҙҙең балаларыбыҙға ҡайын һағыҙы ҡайнатыу йолаһын күрһәттеләр. Беҙҙең дә йәш саҡтар, өләсәйҙәр ҡайнатҡан саҡтар иҫкә төштө. Файҙалы ла, таҙа ла булған һағыҙҙы әле рәхәтләнеп сәйнәйбеҙ. Ауылыбыҙ ҡыҙҙары һәм малайҙары өсөн ошондай онотолған матур йола күрһәткәндәре өсөн Аҡһары ағинәйҙәренә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ата-әсәләр исеменән ҙур рәхмәт. Артабан да ошондай онотолоп барған йолаларыбыҙҙы йышыраҡ үткәрергә насип булһын.

Барлыҡ ата-әсәләр исеменән

Илсиә ҠУНАФИЕВА,
Аҡһары ауылы

Читайте нас: